Эстәлеккә күсергә

Сурағолов Рәмил Мотаһар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сурағолов Рәмил Мотаһар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Яңы Аҡташ, Ҡарлыман ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Рәсми сайт чурагул.рф

Сурағолов Рәмил Мотаһар улы (Рәмил Чурағол, Рәмил Сурағол; 16 август 1962 йыл) — шағир һәм композитор, меңдән ашыу йыр авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010); Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы (1996), «Гәлсәр һандуғас» Республика телевизион эстрада йыр конкурс‑фестивале лауреаты (2002). Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы ().

Рәмил Мотаһар улы Сурағолов 1962 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ башҡорт ауылында тыуған. Атаһы ете тел белгән, сығышы менән тархандарҙан булған; әсәһе — Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтын тамамлай. Ауылда, бик күп әкиәттәр, риүәйәттәр, дастандар белгән өләсәләрендә үҫә.

Иҫке Шәрәй ауылы мәктәбендә һигеҙ класс, Өфө автотранспорт техникумын тамамлаған; «Башавторемонт» производство берекмәһендә, «Башавтотранс», Өфөнөң Ленин районы хакимиәте торлаҡ хужалығы тресында инженер, өлкән инженер булып эшләй.

1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай. «Толпар» (әҙәби хәҙмәткәр), «Аманат» журналдарында, «Өмөт», «Азатлык нуры», «Атна» гәзиттәрендә, «Саяр» театрында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй. 2004 йылдан — «Сурағол» нәшриәт йортоноң генераль директоры (Өфө)[1][2]

Сәнғәткә индергән өлөшө өсөн «Гәлсәр һандуғас», «Алтын барыҫ» премиялары менән бүләкләнә. Яңы Аҡташ ауылында бер урам уның исемен йөрөтә[3] 2021 йылда Рәмил Сурағолға Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премия лауреаты[4].

Ғаиләле, улы, ҡыҙы бар.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

8—9 йәшендә яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙары «Башҡортостан пионеры», «Йәш ленинсы», «Пионер», «Ялкын», «Трудовая слава» баҫмаларында нәшер ителә. Шиғырҙарына һағыныу, фәлсәфә, ихласлыҡ, тоғоролоҡ хистәре, Ватанға оло мөхәббәт, халыҡтар дуҫлығы темаһы хас[2].

Тәүге шиғри йыйынтығы «Бергәләп йырлайһы йырҙар бар!» (татар телендә) 1993 йылда сыҡҡан. 20 шиғри йыйынтыҡ авторы, уның һүҙҙәренә Н.Ә.Дауытов, Р.Ғ.Тимербаев, Р.Ғ.Хәкимов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. 1000 -дән ашыу йыр яҙыла.

  • Сурағол Р. Монңдар ҡайтhын ауылға (= Родные напевы): шигырзар. — Өфө: Китап, 2009. — 230+1 б. — 2500 экз. — ISBN 978-5-295-04881-4;
  • Чурагул Р. Нам жить и дружить песней звонкой звеня! : [Стихи] (тат.) / [Вступ. ст. А.Атнабаева; Худож. Л.Гаянова]. — Уфа : Планета, 1993. — 96 с.;
  • Сурағол Р. Үҫкәс генерал булам! — Өфө: Китап, 2004. — 9+7 б. — 2500 экз. — ISBN 5-295-03477-1 (балалар өсөн);
  • «Йырлап йәшәйек ғүмергә!» (2011; татар телендә).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006)[5]
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010);
  • «Гәлсәр һандуғас» Республика телевизион эстрада йыр конкурс‑фестивале лауреаты (2002);
  • «Татар жыры — 93», «Татар жыры — 2001» (Ҡазан) телевизион конкурстары лауреаты;
  • «Алтын барыҫ» премияһы лауреаты;
  • Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы ().