Таарка Һилана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таарка Һилана
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Эстония
Псевдоним Hilana Taarka
Тыуған көнө 22 март 1856({{padleft:1856|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Хилана[d], Меремяэ[d], Вырумаа[d], Эстония
Вафат булған көнө 27 декабрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (77 йәш)
Вафат булған урыны Вымморски[d], Меремяэ[d], Вырумаа[d], Эстония
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
 Таарка Һилана Викимилектә

Һилана Та́арка[2] (эст. Hilana Taarka), шулай уҡ Һилана Тарка (эст. Hilana Tarka)[3] (Дарья Писумаа (эст. Darja Pisumaa), Дарья Матвеева (эст. Darja Matvejeva), Васила Таарка (эст. Vasila Taarka)[4]; 22 март 1856, Хилана (Һилана) ауылы, Вырумаа — 27 декабрь 1933, Вымморски ауылы, Печора өйәҙе) — сету рун йырҙарын башҡарыусы. «Сетуҙың йырсы әсәһе» (Setu lauluema)[5]тигән рәсми булмаған титул йөрөткән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һилана Тарканың әсәһе Ока (Агафья Герасимова). Уны 16 йәшендә Хярма ауылы ире Матсҡа (Матвей Гаврилов) кейәүгә биргәндәр. Ғаиләләрендә дүрт бала, Һилана — иң өлкәне була. Уның тыуған төбәге Һилана (Һиланамяги, эст. Hilanamägi). Ғаилә етеш йәшәй, әммә атаһы эскегә һалына һәм бөтә ер биләмәләрен тигеләй һата, һөҙөмтәлә Һилананың мираҫ алыусы ир туғанына бер ер бүлеме генә тороп ҡала. Һиланаға 13 йәш тулғанда, ул әсәһенә ҡул тирмән ташы (жёрнов) ярҙамында иген һуғыуҙа ярҙам итә башлай. Әсәһе эшләгәндә Һилананы йырларға өйрәтә. Ока матур йырлаған, һәм фольклорсылар унан йырҙар яҙып алғандар. Ока күп туйҙарҙа йырлаған һәм ҡыҙы Һилананы ла үҙе менән йөрөткән. Ока 34 йәшендә вафат була. Матс 60 йәшкә етә. Һилана кейәүгә сыҡмай. Күрше ауылдан бер егет ҡулын һорай, әммә уның тағы ла ике ир туғаны һәм ер бүлемдәре аҙ булғанлыҡтан, туғандары был никахҡа ҡаршы сыға[2][5]. Һилана никахтан тыш биш балаға: Фёкла, Сергей, Ирина, Агафья һәм Татьянаға ғүмер бирә, балаларҙың атаһы — Василий Иванович Коосер.

Обиница ауылында сетуҙың йырсы әсәһе Һилана Тарка һәйкәле

Һилана Таарка Эстонияның белемле даирәләрен илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәгән сету халҡының халыҡ йырҙары менән таныштырыусы беренсе кеше була[6]. Якоб Хурт осоронда Сету рун йырҙарын башҡарыусыларҙың ҙур ғаиләһендә, Мико Оде (Miko Ode), Евдокия Каннисте (1864—1924) Һәм Мартина Иро (Martina Irò), Ирина Луйк, 1866—1947) кеүек йырсылар менән бер рәттән, Һилана Таарка импровизация һәләте һәм йыр ижадының предмет байлығы менән айырыуса билдәлелек яулай[2][5].

1921 йылда Ян көнө (ҡояш ауышлығының иң юғары һәм иң түбән кимәле мәлдәре — йәйен 21—22 июндә, ҡышын 21—22 декабрҙә) Һилана Таарккаға Хельсинкиҙа солист сифатында Финляндия президентын байрам менән ҡотлау, шулай уҡ Фин йыр байрамында сығыш яһау хөрмәте күрһәтелә[2].

1920-се йылдарҙа ул бер нисә асыҡ концертта, шул иҫәптән Таллинда «Эстония» концерт залында йырлай. 1922 йылда Беренсе сту йыр байрамында Һилана Таарка бөтә Сетумаанан килгән 100 халыҡ йырсыһы оҙатыуында сәләмләү йырын башҡара[7].

Сик буйы ерҙәре йәмғиәте (эст. Piirimaade Selts) инструкторы Самуэль Соммер (Samuel Sommer) ярҙамында һәм Туған тел академия йәмғиәте (Akadeemiline Emakeele Selts) өс «Сету йырсы әсәһе» — Һилана Таарка, Мартина Иро һәм Анна Вабарна —1926 йылда Эстония Республикаһынан ай һайын ҙур булмаған аҡсалата пособие тәғәйенләнә. Әммә Һилана Таарканың һуңғы йылдары үтә ярлылыҡта үтә, был хаҡта ул үҙенең йырҙарында ла йырлай[8]: «Olõ-õs meil põldu, mida põima, Olõ-õs rüki, mida rühki, Külä-ks võti künnümaa, Vald ragi mi varigu!»

1933 йылдың 27 декабрендә 77 йәшендә Вымморски ауылындағы бәләкәй генә йортонда ҡыҙы Татьяна (Taana, Tattö) ҡулында вафат була[3]. 1934 йылдың 6 ғинуарында «Lääne Teataja» гәзитендә, урындағы имеш-мимештәргә нигеҙләнеп, Һилана Таарка аслыҡтан үлгән, тип яҙыла[6]. 31 декабрҙә Обиница ауылы зыяратында ерләнә[6].

Ижади мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һилана Таарканың ҙур йыр репертуарында Мико Оде һәм Мартина Иро кеүек оҙон эпик йырҙар аҙ була, әммә билдәле сету йырсылары араһында Һилана Таарка (Wasila Taarka волость яҙмаларында) беренсе булып шаяртыу һәм мыжыуҙарҙы үҙ эсенә алған юмористик йырҙар башҡара, шуға күрә уны йыш ҡына Сетумаалағы кисәләргә һәм туйҙарға саҡыралар[5].

Якоб Хуртҡа (1903) һәм тарихсы Хендрик Пранцҡа (Hendrik Prants, 1889) Һилана Таарка йырлап яҙҙырған рундарҙы Хурт «Setukeste lauludes» йыйынтығында баҫтырып сығара. Йыйынтыҡтың ике томында башҡа йырсылар йырҙары араһында Һилана Таарканың 29 йыры бар, шуларҙың 16-һы ябай йырҙар[2]:
1. боронғо дини: ,,Päevapoeg", «Neiu veri», ,,Hiiv hitskmehe", ,,Imelik koda" һәм «Ait põleb»; 2. христиан: «Jeesuse surm»; 3. әкиәти: «Haned kadunud», «Hobune varas­tatud», «Oravad oksalt — müügiks müüril», ,,Karjaneiu ja kaup­mehed" һәм «Neiu liin»; 4. ҡыҙҙар: «Neiu kiidab oma käsi­tööd»; 5. раштыуа уйындары: «Liigu, liigu lijnakõnõ!»; 6. кәләштең туй йырҙары: «Ristimäle (pulma kutsudes)», «Ristimäle (saaja-päeval)» һәм «Neiu trotsijale».

Баҫмаларҙа Һилана Таарканың 13 күп составлы йыры донъя күрә[2]:

  • «Kosjasõit + Kalmu­neiu»,
  • ,,Hääl kadunud + Vend pilliks Pihkvas",
  • «Neiu vennad + Tänuline lind»,
  • «Tütar vette + Uibonõ näiokõnõ + Neiumüük»,
  • «Kolm vaest + Härjad varastatud»,
  • «Rikas kosilane + Kuhja loomine».

Уларҙың иң оҙоно — 128 юллы «Kosjasõit + Kal­muneiu» йыры[2]

Фольклорсы Финляндия Армас Отто Вяйсанен (фин.)баш. был йыйынтыҡтан күп йырҙарҙы фонографҡа яҙҙырған һәм 1913, 1914, 1921 һәм 1922 йылдарҙа яңынан ҡулдан күсереп яҙа. Сету фольклорын шулай уҡ Тарту университетының филология факультеты студенты Паулоприйт Волайне (Paulopriit Voolaine, 1899—1985) һәм уҡытыусы Яан Айнело (Jaan Ainelo, 1882—1941) йыя. Вяйсянен мәғлүмәттәре буйынса, Һилана Таарка йырлаған маҡтау һәм сеңләү йырҙарының күпселеге, атап әйткәндә, Сетумаа һәм Эстонияла туйҙарҙа, шулай уҡ 50 йәштән уҙған ҡунаҡтарға йырлаған йырҙарҙың барыһы ла, яҙылмай ҡала[2].

Обиница ауылы зыяратында Һилана Таарка ҡәбере (2019 йылдың июне)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фин скульпторы Айпо Сайло (Aipo Sailo) ғүмеренең һуңғы йылдарында Һилана Таарка бюсын ҡоя.
  • 1986 йылда Обинитса ауылында скульптор Эльмар Ребане (Elmar Rebane) «Певческая мать сету Хилана Таарка» (эст.)баш. һәйкәле асыла.
  • Сетомаа волосы традицион сету мәҙәниәтен һаҡлау буйынса күренекле эш өсөн Һилана Таарка исемендәге мәҙәни премия менән бүләкләй[9][10].
  • Выру шағирәһе Юлле Каукси (Kauksi Ülle) «Таарка» пьесаһын яҙа, уны 2005 һәм 2006 йылдарҙа Обинитса ауылында уйнап күрһәтәләр.
  • 2008 йылда киностудия «Exitfilm» киностудияһы театр пьесаһы нигеҙендә ижад ителгән режиссёр Айн Мяэотс (Ain Mäeots) «Таарка» нәфис фильмын экрандарға сығара. Төп ролдәрҙе Инга Салуранд (Inga Salurand, йәш Таарка), Сийри Сисаск (Siiri Sisask, Дарья (Таарка) Писумаа) һәм Марье Метсур (Marje Metsur, ҡарт Таарка) башҡара; прод. 96:19[11][12].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сету
  • Сетумаа
  • Анне Вабарна

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Elmar Päss. Hilana Taarka 2021 йыл 19 май архивланған.(эст.) // Eesti Kirjandus. — 1934. — Nr. 1.
  • Pino, Veera. Elukutseline tegevus — setu rahvalaulik (Darja Pisumaa, alias Hilana Taarka — Vasila Taarka) (эст.) // Keel ja Kirjandus. — 1994. — Nr 2, lk. 99-104.
  1. 1,0 1,1 Hilana Taarka // Faceted Application of Subject Terminology
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Elmar Päss. Hilana Taarka (эст.). Sõjaeelse Eesti esseistika ja kirjanduskriitika. Eesti Kirjandus (1934). Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 19 май 2021 года.
  3. 3,0 3,1 Hilana Tarka suri (эст.) // Päewaleht. — 1933. — № 1. Архивировано из первоисточника 19 май 2021.
  4. Veera Pino Elukutseline tegevus — setu rahvalaulik (Darja Pisumaa, alias Hilana Taarka – Vasila Taarka) (эст.) // Keel ja Kirjandus. — 1994. — № 2. — С. 99–104.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Postimees. "Lauluimä" Hilana Taarka (эст.). Digar (31 декабрь 1933). Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 19 май 2021 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 Lääne Teataja. Päevast päeva (эст.). Digar (6 ғинуар 1934). Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 20 май 2021 года.
  7. Kalendrileht '81 märts // Kultuur ja Elu. — 1981.
  8. Setu lauluema Anne Vabarna (эст.). folklore.ee. Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 13 июнь 2021 года.
  9. Meremäe Vallavolikogu. Hilana Taarka nimelise kultuuripreemia andmise kord (эст.). Riigi Teataja (3 март 2017). Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 20 май 2021 года.
  10. Hilana Taarka nimelise omakultuuripreemia laureaadid on selgunud (эст.). Setomaa. Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 19 май 2021 года.
  11. Taarka (2008) (эст.). Eesti Filmi Andmebaas. Дата обращения: 20 май 2021. Архивировано 19 май 2021 года.
  12. Taarka (2008). IMDB.