Таиланд тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Таиланд тарихы 1238 йылда Суҡотай короллеге барлыҡҡа килеүҙән башлана. 1350 йылда уны Аютия (Аюттхайя) короллеге алмаштыра. Тай мәҙәниәтенә Ҡытай һәм Һиндостан мәҙәниәттәре ҙур йоғонто яһаған. Европа менән илдең контакттары XVI быуатта башлана. Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Таиланд колонияланмаған берҙән-бер ил. Шулай ҙа Бөйөк Британияның Таиландты баҫып алырға тырышыуы Таиландты үҙенең 3 көньяҡ провинцияһынан сығырға мәжбүр иткән. Был 3 провинция Малайзияның өс төньяҡ штатына әүерелгән.

Үҙ илдәренең һис ҡасан да колония булмағанлығы менән барлыҡ тай халҡы ныҡ ғорурлана. Колониялаштырылмағанлыҡтың беренсе сәбәбе булып Таиландты Бөйөк Британия менән Франция тарафынан Азияның колониялаштырған өлөштәре араһында буфер ролен үтәргә ҡалдырыу тора. Икенсе сәбәбе — ил хакимдарының бик көслө булыуы.

Таиландтың тәүге дәүләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Суварннабхуми
  • Дваравати
  • Лаво
  • Харипунджая
  • Сингханавати
  • Пан-Пан
  • Рактамаритика
  • Лангкасука
  • Шривиджая
  • Тамбралинга

Сукхотаи[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1238 йылда тай халҡы кхмерҙарҙың хөкөм һөрөүенә ҡаршы баш күтәреп, Сукхотаи тигән яңы дәүләт барлыҡҡа килтерәләр. Илдең өсөнсө короле — Рамакхамхаенге — хакимлыҡ иткәндә дәүләт территорияһы бик ныҡ ҙурайтыла. Уның хакимлығы Малакка ярымутрауына, Мьянмаға и Лаосҡа тарала. 1298 йылда, король үлгәнлектән, ил көсһөҙләнә. 1438 йылда ул Аютия составына инә.[1].

Раттанакосин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1782 йылда яңы ғына тәхеткә ултырған Рама короленең иң беренсе бойороғо буйынса Таиландтың баш ҡалаһы ул ваҡытта бәләкәй генә ауыл булған Бангкокҡа күсерелә. XIX быуаттың яртыһында Бангкокта 400 000 кеше йәшәй, ҡаланың төп милләте һуңғы йылдарҙа Сиам территорияһына күсеп килгән ҡытай халҡынан тора. Шулай уҡ ҡытайлылар илдә төрлө сауҙа итеү менән булышҡан ауылдар төҙөйҙәр, был ауылдар һуңыраҡ бәләкәй ҡалаларға әйләнә. Һуңғараҡ ҡытайлылар хатта илдәге бөтә эске сауҙаны һәм дәүләттең сит илдәр менән сауҙа итеүен үҙҙәренең контроле аҫтында тота.

Чакри династияһының иң баштағы хакимлеге осоронда Бирма короллеге Сиамға ҡаршы экспансия алып бара. 1785 йылда ул Таиландҡа баҫып инә. Бойондороҡһоҙлоҡты һаҡлап ҡалыу Таиландҡа бик ныҡ ауырлыҡ менән бирелә. 1820-се йылдарға тиклем, йәғни британдар Бирмаға баҫып ингәнсе илдең сиктәрен һаҡлауға бер ниндәй ҙә иғтибар ителмәй. Көнсығышта Рама I һәм һуңғараҡ Рама III (1824—1851 йлдарҙа хакимлек иткән) Камбоджаны үҙҙәренең вассалы иткән, шул уҡ ваҡытта илдең көньяғындағы Малай ярымутрауының бойондороҡло дәүләттәрендә үҙенең контролен ныҡ көсәйткән. Рама III шулай уҡ төньяҡта Вьентьяндың йәш короле Чао Ану етәкселегендәге ихтилалды баҫтырған. 1827 йылда тай армияһы Вьентьянды баҫып ала һәм бөлгөнлөккә төшөрә, бер нисә мең лао әсирлеккә алына һәм үҙәк Таиландҡа депортацияға ебәрелә.

Европалылар менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр Мага Монкук (ул тәхеткә 1851 йылда ултырған) хакимлек иткән осорҙа урынлаштырыла. Англия (1855), Франция (1858), Германия (1862), Австро-Венгрия (1868) илдәре менән сауҙа итешеү тураһында килешеүҙәр төҙөлә.1868 йылда тәхеткә инглиз тәрбиәсеһе тәрбиәләгән 15 йәшлек Параминдр Мага-Чулалонгкорн ултыра. Ул балиғ булғанға тиклем ил менән европалыларҙы яратҡан принц Сури Вонзе етәкселек итә. Чулалонгкорн үҙ ҡулына хакимлекте алғас,Сиамға европа мәҙәниәтенең башланғысын индерергә булыша. 1885 йылда Сиам Бөтә донъя почта союзына инә.1893 йылда Франция менән ил сиктәре тураһындағы бәхәс сығыу арҡаһында Сиам Меконг йылғаһы буйындағы өлкәне Францияға бирергә мәжбүр була.1891 йылда Рәсәйҙең буласаҡ батшаһы Николай Сиамға килә һәм сиам короле тарафынан бик йылы ҡабул ителә. 1897 йылда сиам короле Петербургҡа визит яһай, һуңынан европаның иң мөһим ҡалаларына (Берлин, Вена, Париж, Лондон, Брюссель) бара. 1897 йылда Сиамда рәсәй вәкәләтлеге ойошторола, уның башында ышаныслы генераль консул тора. 1898 году йылда сиам принцы (Чакрабон) Петербургҡа тәрбиәгә килтерелә. 1896 йылда Франция менән Англия араһында Сиамды өс өлөшкә бүлеү тураһында килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса Меконг буйы өлкәләре Франция ҡарамағына бирелә, Маллак ярымутрауы Англияға ҡарай, ә Менам йылғаһы буйы буфер-дәүләткә әйләнә һәм сиам короле ҡулына эләгә. Франция менән Англия Менамға ҡарата хәрби хәрәкәттәрҙән тыйылырға һүҙ ҡуйышалар[2].

1917 йылда беренсе булып Сиамдың сит илдә белем алған короле Вачиравудх Таиландҡа әйләнеп ҡайта. Ул илдә тәүге университет аса. Шул уҡ йылда дәүләт Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша башлай. 1925 йылда Прачадипок ил короле була. Ул хакимлек иткән саҡта барлыҡ дәүләт учреждениеларының эше туҡтатыла.

Хәрби етәкселектең башланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда Халыҡ партияһы (Гоминьдандың сиам варианты), хәрби көстәргә таянып, дәүләт перевороты яһай. Шуның арҡаһында Сиамда конституцион монархия урынлаштырыла: королгә сикләтелгән хакимлек бирелә һәм ул тәхеттә ҡала. Приди Паномионг премьер-министр итеп тәғәйенләнә Тик яңы парламенттың уң депутаттары реформаларҙы тормошҡа ашыра алмай, шунлыҡтан 1933 йылда хәрбиҙәр яңы переворот яһайҙар.

Икесе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Таилантың хәрби хакимдары диктатор фельдмаршал Пибунсонграм етәкселегендә милләтселек рухы аҫтында Япония яғында һуғышалар. Таиланд ғәскәрҙәре Франция Индокитайы территорияһына баҫып инә. Тик 1941 йылдың 8 декабрендә Азияның көньяҡ-көнсығышындағы элекке француз биләмәләрен оккупациялаған япон армияһы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Таиланд территорияһына килеп инә һәм элекке Британия колонияһы булған Бирманы баҫып ала. 1944 Япония еңелгәндән һуң, иҡтисади кризис һәм союздаштар авиацияһының һауанан һөжүм итеүе арҡаһында Пибунсонграм етәкселектән төшөрөлә, ә ил менән америка яҡлы либераль көстәр власҡа килә. 1946 йылда король Ананда Махидолүҙенең һарайында бик серле шарттарҙа һәләк була.

Һалҡын һуғыш осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947йылда Пибунсограмды яңынан власҡа килтереүсе сираттағы хәрби переворот була. Ул һалҡын һуғыш шарттарында АҠШ менән ил мөнәсәбәттәрен яҡшырта. 1949 йылда яңы конституция ҡабул ителә. Уның буйынса король тәғәйенләгән сенат булдырыла.

Вьетнам һуғышы йылдарында Таиланд америка интервенцияһын яҡлап сыға. Был илдең көньяҡ төбәктәрендәге ислам радикалдары менән берлектә хөкүмәткә ҡаршылыҡ күрһәтеүсе сығыштарға килтерә. Шул уҡ ваҡытта американдарҙың илдә булыуы традицион тай тормошон емерә һәм илде хәрбиләштерә. 1973 йылда АҠШ-тың Вьетнамға ҡаршы һуғышта еңелеүе Таиландта студенттарҙың ҡаршылыҡ күрһәтеү сығыштарына һәм илде демокраизациялауҙың яңы әйләнешенә килтерә.

Вьетнам, Лаос һәм Кампучияның коммунистик реалиялары (ысынбарлығы) Таиландта антикоммунистик рухты үҫтерә. Был 1976 йылдың 6 октябрендәге Таммасаттағы ҡан-ҡойошто килтереп сығара. Власҡа башында адмирал Сангад Чалорью торған хәрби хунта килә. Ул премьер-министр итеп адвокат Танин Краивичьенды тәғәйенләй. Бер йыл үтеү менән Краивичьен посынан төшөрөлә һәм уртасыл ҡарашлы генерал Криангсак Чаманан менән алыштырыла. Сәйәси стабилизация һәм иҡтисади үҫеш Прем Тинсуланон хакилек иткән осорға тура килә.

Иң яңы тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980-се йылдарҙа Таиландта туристик индустрияһы сәскә ата, тик ил Тайвань һәм Көньяҡ Корея кеүек «Азия Юлбарыҫына» әйләнә алмай һәм шул уҡ ваҡытта 1997 йылғы Азия кризисынан ситтә лә ҡала алмай.

2004 йылда Таиландтың көньяҡ-көнбайыш яр сигенә цунами ташлана. Унда 5000 кеше һәләк була, шуларҙың яртыһын туристар тәшкил итә.

2006 йылдың 19 сентябрендә мәскәү ваҡыты менән 7 сәғәттә (урындағы ваҡыт менән 23:00 сәғәттә) донъя информацион агентстволары Таиландта хәрби переворот булғанлығы тураһында хәбәр итәләр. Ә илдәге телеканалдар, хәрбиҙәр тарафынан баҫып алынғанлыҡтан трансляциялар алып барыуҙы туҡтата.

Премьер-министр Таксин Чинават, Нью-Йорктағы БМО-ның Генеральный Ассамблеяһы сессияһында булараҡ, илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, хәрбиҙәрҙе законһыҙ маневрҙарҙы туҡтатырға саҡыра. Путчистар хөкүмәттең байтаҡ объекттарын баҫып алһалар ҙа, ил короленә үҙҙәренең лояллеген иғлан итәләр.

2007 йылдың 23 декабрендә Таиландта хәрби перевороттан һуң тәүге парламент һайлауҙары үткәрелә. Был һайлауҙарҙа Чиноват яҡлы Халыҡ власы партияһы еңеү яулай[3]. 2008 йылдың ғинуарында хәрбиҙәр власты яңы хөкүмәт ҡулына тапшыралар. Ил башына премьер-министр Самак Сундаравей килә, әммә илде яңы кризис солғап ала.

2008 йылдың август аҙағы-сентябрь баштарында Таиландтың башҡалаһында Сундаравей яҡлылар менән уға ҡаршы тороусылар араһында бәрелештәр һәм демонстрациялар үтә. Суд ҡарары буйынса Сундаравейҙы посынан төшөргәндән һуң, Таиландтың премьер-министры итеп 2008 йылдың сентябре башында Сомчай Вонгсават ҡуйыла.

2009 йылдың аҙағында элекке премьер-министр Таксин Чиноват яҡлы «ҡыҙыл күлдәклеләр» Бангкок урамдарына ризаһыҙлыҡ акцияларына сыға. Улар илдән ҡыуылған элекке премьер-министр Таксин Чиноватты яҡлайҙар һәм Алхиситтың отставкаға сығыуын, парламентты таратып, яңынан һайлауҙар үткәреүҙе талап итәләр. 2010 йылдың март урталарында был акцияларҙа 80-меңдән алып 100 меңгә яҡын демонстрант ҡатнаша. 7 апрелдә «ҡыҙыл күлдәклеләр» парламент территорияһына бәреп инәләр, шунан һуң Ветчачива илдә ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында иғлан итә. 11 апрелдә демонстранттарҙың полиция һәм хәрбиҙәр менән бәрелеше ваҡытында ҡаршы тороуҙың тәүге ҡорбандары була. 15 кеше һәләк була. Ике ай буйына ҡаршы тороуҙар 19 майҙа армия частарының оппозиция лагерын баҫып алыу һәм уларҙың лидерҙарын бирелергә дусар итеү менән тамамлана. 2010 йылдың 25 майында Чинаватҡа ситтән тороп терроризмда ғәйепләү белдерәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]