Таңһылыу

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таңһылыу

Таңһылыу — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таңһылыу ҡушма исем, ике үҙ аллы һүҙҙән яһалған (таң һәм һылыу), таңда тыуған бала мәғәнәһендә[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (30 ғинуар 1927 йыл — 1999 йыл) — башҡорт тел белгесе, антропонимист. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре..

Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш (3 март 1948 йыл) — башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.

Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы (4 ноябрь 1923 йыл — 27 май 2016 йыл) — тау инженер‑геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1972). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Таңһылыу Рәшитова (Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова) (1905 йылдың 1 ғинуары — 1988 йылдың 21 феврале) — башҡорт театр актёры, 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, милли театрыбыҙ йондоҙҙарының береһе, йәмәғәт эшмәкәре. Иң тәүге башҡорт артистарының береһе[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты.

Ҡушаева Таңһылыу Хафиз ҡыҙы (5 апрель 1925 йыл — 17 август 1996 йыл) — башҡорт совет балет артисы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1956). Уны шулай уҡ Динә тип тә белгәндәр һәм ҡәберендә уның ике исеме лә ҡуйылған.

Баһауетдинова Таңһылыу Сәйфетдин ҡыҙы (11 июнь 1967 йыл) — уҡытыусы, журналист.

Ғәйнуллина Таңһылыу Фәтих ҡыҙы (28 октябрь 1948 йыл Сибай) — башланғыс кластар уҡытыусыһы, педагог-психолог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» (1990), «Хеҙмәт ветераны» һәм «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (1990) менән бүләкләнгән. «Сибай һөйләй» (2007), «Яҙмыштарҙа йәйғор төҫтәре» (2012), «Шаһитлы сер» (2017) китаптары авторы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ