Туймазы һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туймазы һыуһаҡлағысы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Туймазы һәм Башҡортостан Республикаhы
Майҙан 485 гектар
Күләме 20 100 000 м³

Туймазы һыуһаҡлағысы Башҡортостан Республикаһының Туймазы районында урынлашҡан һыуһаҡлағыс. Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы өсөн эсәр һыу менән тәьмин итеү резервы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нөгөш йылғаһында һыуһаҡлағыс төҙөү Президент М. Ғ. Рәхимов һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән башлана. Был объект Туймазы ҡалаһын һәм райондың торлаҡ пункттарын эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн төҙөлә. Һыуға ихтыяж йылына 8 млн куб. метрға еткән Туймазы районы өсөн һыуһаҡлағыс төҙөү бик мөһим була. Яңы һыуһаҡлағыс эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртырға һәм сәнәғәт менән ауыл хужалығын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш була. Төҙөлөш 2005 йылдың май айында башлана. 120 га майҙанда урман ҡырҡыла һәм буласаҡ һыу ятҡылығының төбө таҙартыла. Объект 2007 йылда төҙөлөп бөтә, июнь айында яңы һыуһаҡлағысты асыу тантанаһы үтә[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемен ошо Туймазы ҡалаһынан алған. Һыуһаҡлағыс Туймазы ҡалаһынан 15 км алыҫлыҡта, Нөгөш йылғаһы үҙәнендә, Бикмәт, Аҙнағол һәм Түбәнге Сәрҙек ауылдары араһында урынлашҡан. Һыуһаҡлағыстың майҙаны — 485 га, уртаса тәрәнлеге — 4,5 м, максималь тәрәнлеге −10 м. Дамбаның оҙонлоғо — 800 м. Һыу күләме- 20,1 млн кубометр [2].

Һыу ятҡылығы төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылған, формаһы буйынса төҙөк булмаған өсмөйөштө хәтерләтә. Көньяҡ-көнбайыш яры буйлап тимер юл полотноһы үтә. Һыу ятҡылығының көньяҡ сигенән 1 км алыҫлыҡта Бикмәт станцияһы урынлашҡан, ә төньяҡ осо булып Кесе Нөгөштөң Оло Нөгөшкә ҡойған ере тора. Плотина һыуһаҡлағыстың көнбайыш өлөшөндә, ә көньяҡ ярында Кесе Бикмәт ауылы урынлашҡан[3]. Һыуһаҡлағыс тирәләй бик күп ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар урынлашҡан. Уларҙың бейеклеге 100 метрҙан саҡ ҡына күберәк. Шулай ҙа был убаларҙың түбәһенән һыуһаҡлағыстың бөтә матурлығы һәм күркәмлеге асыла [1].

Һыу ятҡылығының хәҙерге ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туймазы һыуһаҡлағысы Башҡортостанда ҙурлығы буйынса бишенсе гидрообъект булып тора. Уның төп тәғәйенләнеше, Туймазы ҡалаһын туҡтауһыҙ һыу менән тәьмин итеү өсөн, ер аҫты һыуҙары запасын даими тулыландырыу. Һыу һыуһаҡлағыс эргәһендә бырауланған скважинанан алына һәм торбалар буйлап ҡалаға бирелә. Гидрообъект проект ҡеүәтенә етмәһә лә, унда урынлашҡан «Нөгөш» һыу алыу ҡоролмаһы ҡалала эшләп торған өс һыу алыу ҡоролмаһының иң ҙуры һәм Туймазы халҡының һыуға ихтыяжының яртыһын тиерлек тәьмин итә. Һыуһаҡлағыс тик халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн генә тәғәйенләнһә лә, уның янында ял итергә теләүселәр күп. Бигерәк тә балыҡсылар күп. Йәй көнө һыуһаҡлағыста ололар ҙа, балалар ҙа һыу инә, ял итергә ғаиләләре менән киләләр [2].

Һыуһаҡлағыстың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр буйы ландшафты убалы, яр буйҙарында (бигерәк тә, дамба тирәләй) ҡамыш, екәнле ҡамыш үҫә, уларҙың бейеклеге 1 метрға етә. Һыу ятҡылығында мөгөҙяпраҡ йәшәй, ул һыу ҡатламында йөҙөп йөрөй, сөнки уның тамырҙары юҡ. Уның япраҡтары формаһы буйынса мөгөҙҙө хәтерләтә, исеме шунан килеп сыҡҡан. Һыу өҫтөндә һыу тәңкәне — кескәй генә йөҙөп йөрөүсе үҫемлекте күрергә мөмкин. Ҡай саҡ улар шул тиклем күп булалар, бөтә һыу өҫтөн ҡаплап алалар. Һыуһаҡлағыста суртан, табан балыҡ, алабуға, ҡорман балыҡ һәм башҡа балыҡтар бар. Күпләп тотоу арҡаһында суртан балығы кәмегән. Һыу ятҡылығы төбөндә ҡуш ҡапҡаслы моллюскиҙәр йәшәй. Һыуһаҡлағыста күп ҡоштар оя ҡоралар: өйрәктәр, аҡҡоштар, селәндәр, аҡсарлаҡтар. Яҙ еткәс ҡыр ҡаҙҙары осоп килә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]