Тәкәй (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәкәй
Нигеҙләү датаһы 1755[1]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Салауат районы
Административ-территориаль берәмек Әлкә ауыл советы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1775[1]

Тәкәй (рус. Тикей, Тикеево, Текоево) — Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) нигеҙләнгән ауыл. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған ауылы. 1775 йылда яндырыла[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шайтан-Көҙәй улусының Аҙналы ауылынан бүленеп сыҡҡан башҡорттар Һары Ҡондоҙ менән Көҫкәнде йылғалары тоташҡан урында нигеҙләгән ауыл. И. Красильниковтың 1880 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан, 1755 йылға ҡарата төҙөлгән «Ландкартаһы» буйынса Ырымбур губернаһы һәм уға ҡараған урындар П. И. Рычковтың «Топография» баҫмаһында донъя күргән мәғлүмәттәр буйынса «Өфө провинцияһының Себер даруғаһы һәм шул даруғаға сиктәш булған урындарҙың картаһы. 1755 йыл» баҫмаһында теркәлә[3].

1775 йылда батша карателдәре тарфынан яндырыла.

1991 йылдың 15 июнендә Әлкә ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Тархан Заһиҙуллин яндырылған ауыл урынына ағастан стела эшләп ҡуя. 1997 йылда ул мәрмәр стелаға алмаштырыла. Уға «Тәкәй ауылы урыны» һәм «Салауат Юлаев — халҡыбыҙҙың милли геройы» тип яҙылған.

Тәкәй ауылы урынында Таштирмә эшләнгән. 2018 йылда Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге, «Салауат вариҫтары» ойошмаһы, Салауат районының Әлкә ауыл Советы инициативаһы менән Таштирмә эсенә Салауат Юлаевҡа арнап стела урынлаштырыла[4].

«Янғантау» геопаркы биләмәһендә яңы объекттар төҙөү планына Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-туристик комплексы ойоштороу планлаштырыла. Бында музей, тирмә глэмпингы, палаткалы лагерь, уҡтан атыу урыны һәм ат һарайы булыуы күҙаллана[5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]