Сүрәкәй (Нуғай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүрәкәй
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Мөрсәлим ауыл советы

Сүрәкәй (халыҡ араһында таралған исеме — Нуғай) (рус. Сюрюкаево) — Себер даруғаһы Түбәләҫ улусының (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Мөрсәлим ауыл Советы) Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, хәҙер бөткән ауыл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сүрәкәй ауылына XVIII быуат уртаһында Сүрәкәй (17601823) исемле башҡорт нигеҙ һала. Уның улы Мәжит Сүрәкәйев була. Мәжиттең улдары: Ғабит һәм Әбделатиф (уның улдары — Мөхәмәтшәриф, Ишбулды, Ишмырҙа). Мәжиттең ағаһы — указлы аҙансы Иркәбай, уның улы — Ишбирҙе булған[1]. Сүрәкәй, Түбәләҫ улусының башҡа ауылдары кеүек үк 17281847 йылдарҙа 4-се Көнбайыш кантонының (һуңынан 5-се кантон тип үҙгәртелә) 2-се йортона ҡарай. 1843 йылғы формуляр исемлек буйынса, ул ваҡытта ул Троицк өйәҙе Әйле улусына ҡарай. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар юҡ[2]. 1795 йылда ауылда 21 хужалыҡта 99 кеше йәшәүе теркәлә. 1816 йылда шунса уҡ йортта 118 башҡорт иҫәпкә алына. 1859 йылда 44 хужалыҡта 200 кеше йәшәй. 1920 йылда — 65 хужалыҡта 350 башҡорт иҫәпкә алына. XIX быуаттың беренсе яртыһында йорт старшинаһы Ниғмәтулла Нуғаев була, ә йорт йөҙ башы — Шәмсетдин Нуғаев[1]. Моғайын, ошо билдәле шәхестәр арҡаһында ауылдың исеме халыҡ араһында әлегә тиклем Нуғай тип йөрөтөләлер. Бөгөн Яңы Сүрәкәй тип аталып йөрөтөлгән ауыл 1920 йылда иҫәпкә алынмай, тимәк, ул һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]