Мөрсәлим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мурсалимкино
башҡ. Мөрсәлим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат

Ауыл биләмәһе

Мөрсәлим ауыл Советы

Координаталар

55°02′18″ с. ш. 58°33′52″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2004 йылдан

Халҡы

2203[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452485

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 847 001

ОКТМО коды

80 647 447 101

ГКГН номеры

0800244

Мурсалимкино (Рәсәй)
Мурсалимкино
Мурсалимкино
Мөрсәлим (Башҡортостан Республикаһы)
Мурсалимкино

Мөрсәлим (рус. Мурсалимкино), боронғо исеме Ҡалмаҡҡол — Башҡортостандың Салауат районындағы Мөрсәлим ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2203 кеше[2]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 1 км

Мөрсәлим ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Олөйөр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.


Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөрсәлим ауылына XIX быуаттың 1-се яртыһында Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусы Ҡалмаҡҡол ауылы аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мөрсәлим утары булараҡ нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов исеме менән аталған.

XX быуаттың 30‑сы йылдарында Мөрсәлим халҡы иҫәбе XVIII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Ҡалмаҡҡол ауылы халҡы менән бергә алынған.

Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746—1814), уның 1787 йылғы өлкән улы Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған[3][4][5].

Мөрсәлим менән Ҡалмаҡҡол ауылдары Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы Урал аръяғы өлөшө биләмәләрендә урынлашҡан 4-се Башҡорт кантонының 2-се бүлексәһе йорт старшинаһы Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов командаһына ҡараған.

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1765 Түбәләҫ улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 19-сы йорт 4-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 19-сы йорт 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 2-се йорт 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Нәсибаш улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1989 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы


Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале проекты эсендә Ҡалмаҡҡол ауылы эргәһенән Һамар-Златоуст (хәҙер Көньяҡ‑Урал) суйын юлы һалына. Ҡалмаҡҡолдан 2 саҡрымда урынлашҡан ике генә йорттан торған Мөрсәлим утары урынында 1920 йылда 24 йорттан торған Мөрсәлим тимер юл станцияһы барлыҡҡа килә[6]. 1989 йылдан Мөрсәлим тип йөрөтөлә башлай, 2005 йылдан хәҙерге статусҡа эйә.

1906 йылда Ҡалмаҡҡол һәм Мөрсәлим ауылдарында мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете була.

Ике тиҫтә йылға яҡын (1980—2000 йылдарҙа) Мөрсәлим ит комбинаты эшләне[7].

Мөрсәлим аша Транс-Себер тимер юлы үтә, 2000 йылдарҙа яңы тимер юл вокзалы төҙөлә. Бөгөн бында нефть базаһы, эзбизташ заводы, «Башкиравтодор» предприятиеһы эшләй. 2008—2009 йылдарҙа участка дауаханаһына капиталь ремонт эшләнә, заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыла. Әлеге ваҡытта ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Үҙәк урамдарҙа асфальт түшәлгән, һыу колонкалары бар. Мөрсәлим — Түбәләҫ ауылдары араһында газ үткәрелгән берҙән-бер ауыл.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөрсәлимдә башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 380
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 385
1959 йыл 15 ғинуар 551
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 2316
2002 йыл 9 октябрь 2522
2010 йыл 14 октябрь 2203 1027 1176 46,6 53,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Муса Йәлил урамы (рус.  Мусы Джалиля (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Төҙөлөш урамы — (рус.  Строительная (улица)
  • Илдус Әхмәҙиев урамы (рус.  Ильдуса Ахмадиева (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)
  • Зәки Вәлиди урамы — (рус.  Заки Валиди (улица)
  • Ҡояшлы урамы (рус.  Солнечная (улица)
  • Сафуан Әлибай урамы (рус.  Сафуана Алибаева (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Родничковая (улица)
  • Тимер юл урамы — (рус.  Железнодорожная (улица)
  • Рәми Ғарипов урамы (рус.  Рами Гарипова (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Зәйнәб Биишева урамы (рус.  Зайнаб Биишевой (улица)[8]

. Һәм тағы 28 урам.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Мәсет тауы

Йылға-күлдәр:

Шишмәләр:

  • Илһам шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

  • Ягодный

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

  1. Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Әһлиуллин Әхләм Сабирйән улы __.__.1925 05.02.1943 яраланған, госпиталдә үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында. Чкалов (Ырымбур) өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Ҡыуандыҡ станцияһында ерләнгән.

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Юғалған йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Әхмәтов Маннаф Әхмәт улы __.__.1911 . .1943 рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында
Әхмәтшин Нурмөхәмәт Әхмәт улы __.__.1911 . .1941 хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында
Әҙһәмов Фуат Ғәлим улы . . 1912 хххх йыл рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөрсәлим ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

История деревни Калмакуловово (Мурсалимкино)

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
  • Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, с. 345
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 144—145 с. (д. Калмаккулово)
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]