Төбәк (Кәҫле районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төбәк
Нигеҙләү датаһы 1705
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Төбәк ауыл биләмәһе[2]
Административ-территориаль берәмек Төбәк ауыл биләмәһе[2]
Почта индексы 456840
Карта

Төбәк — Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы ауыл. Төбәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк ауылы Синара йылғаһы ярында урынлашҡан. Ауылдың көнсығыш яғында Екатеринбург-Силәбе М5 (Екатеринбург яғына тармаҡлана) трассаһы үтә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк ауылына 1705 йылға тиклем мишәрҙәр нигеҙ һалған. Халҡы — урындағы аҡ казактар дозорында йөрөгән, Асман ауылынан (хәҙерге Ҡоншаҡ районы Усман ауылы) Эткүл ауылына (хәҙерге Эткүл ауылы) тиклем юлды ҡарауыллағандар. Ул осорҙа батша хакимиәте Уй сик буйы линияһын һаҡлау өсөн мишәрҙәрҙе йәлеп иткән. Хеҙмәт урынына яҡын төпләнергә теләп, улар 1743 йылдан башлап яйлап Учалы күле районына күскән һәм унда күпселеге хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған 13 яңы биләмә ойошторған.

Ҡазан һәм Себер тау заводтары начальнигы Василий Татищев ҡулында булған Яйыҡ ведомствоһының башҡорт торлаҡтары Урал нығытмалары ланд-картаһында был ауыл — «Тюббук» тип билдәләнгән; ә йәнәшенә дата ҡуйылған — 1735 йыл. Шулай уҡ ауылдың тыуған көнө тип, мишәрҙәр рәсми рәүештә ер алған ваҡытты — 1744 йылдың 31 мартын күрһәтәләр[4].

XX быуат башында ауыл эшсәндәренең төп шөғөлө игенселек була[5].

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк исеме иҫке башҡорт телендә — алыҫ, алыҫ ерҙәрҙә тигәнде аңлата[4].

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ауыл исеме тураһында ошоларҙы яҙа:

Төбәк, ауыл, элекке Богословское — сиркәү буйынса, Кәҫле район, тимер юл разъезы, ҡасаба, Ҡыштым-Маук участкаһында, Ҡыштым ҡалаһы территорияһы. ХVIII быуаттан билдәле боронғо ауыл. Топоним «төбәк» тигән иҫке башҡорт һүҙе менән бәйләнгән, төбәк — «алыҫ, төпкөл урын». Төбәк — шулай уҡ боронғо төрки исем дә. Архив документтарында ауыл 1747 йылда телгә алына.

Богослов сиркәүен төҙөгәндән һуң, ауылды Богословский тип атап ҡарайҙар, әммә яңы исем нығынмай[6].

Богослов сиркәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1823 йылда Төбәккә тәүгеләрҙән булып килгән Никифор Клеопин йылға буйындағы ҡалҡыулыҡҡа тәхетле изге Апостол һәм Евангелист Иоанн Богословҡа инселәп ағас сиркәү төҙөтә, әммә 1827 йылда йәшен һуғып ғибәҙәтхана яна. Таш храмды иң 1827 йылда шул уҡ урында сауҙагәр Ярцевтың аҡсаһына классик барокко архитектураһы һыҙаттары булған таш сиркәү төҙөй. 1853 йылда был ҡорам йылы һәм һалҡынға бүленә. Йылы ҡорамда тәхет Богоявление Господняға хөрмәтенә тәғәйенләнә. Ул осорҙа урындағы алпауыт И. Я. Кавшевич-Матусевичтың аҡсаһына таш менән кәртәләнгән була. XX быуат башына причт 1 руханиҙан һәм 1 псаломщиктан торған[5]. 1933 йылда һуңғы ғибәҙәт үткәрелә, ә артабан яңы власть вәкилдәре күмәк халыҡ алдында тәреләрҙе бысып ырғыта һәм сиркәү көмбәҙен һүтә.

Мәктәп[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1888 йылда грамота мәктәбе ойошторола[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
35992863
Танылған яҡташтар
  • Төбәк ауылында Советтар Союзы Геройы Александр Сугоняев тыуған.
  • Гудилин Владимир Евгеньевич (1938—2015) — «Энергия» ракета-носителен, «Энергия-Буран» ракета-космос транспорт системаһын әҙерләү һәм осороу етәксеһе, техник фәндәр докторы, Байконурҙың почётлы гражданы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Статья в Энциклопедии Челябинской области 2020 йыл 24 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 — Село Тюбук
  5. 5,0 5,1 5,2 Тюбукское село // Приходы и церкви Екатеринбургской епархии. — Екатеринбург: Братство Св. Праведного Симеона Верхотурского Чудотворца, 1902.
  6. Чупин Н. К. Богословское село // Географический и статистический словарь Пермской губернии. — Пермь, 1873. — Т. 1. — С. 212—213.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.