Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 август 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Байыш, Ишмөхәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, филолог, шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәлилова (Байышева) Миңзәлә Вәсил ҡыҙы (17 август 1963 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, шағир. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2007), Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2020), «Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе (1916), Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (2019), Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты (2020).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңзәлә Вәсил ҡыҙы Хәлилова — 1963 йылдың 17 авгусында Башҡортосттан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Сибай интернат-мәктәбендә урта белем ала.
19821987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1987 йылдан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Ул уҡытыусы эше менән бер рәттән ижад менән шөғөлләнә, район, төбәк-ара ижади һәм һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша[1].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылда шиғырҙар һәм мәктәп байрамдары өсөн сценарийҙар тупланған «Аҡ елкән» исемле китабы баҫылып сыҡты.
Уның шиғырҙар шәлкеме «Дим тулҡындары»(2006), «Йөрәктәр аһәңе»(2007), «Асылмаған сер»(2012), «Ҡояшлы ямғыр» (2017) «Күңел моңдары» (2019) йыйынтыҡтарында урын алған.
2017 йылда «Төштәге осрашыу» хикәйәләр йыйынтығы нәшер ителә.Был китапҡа яҙыусының 16 хикәйәһе ингән. Шуларҙың уныһы Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән.
«Ағиҙел», «Шоңҡар»,«Ватандаш», «ЛИФФТ» журналдарында хикәйәләре, шиғырҙары баҫылып килә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов ойошторған «Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе (2019)
  • Дәүләкән районының Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 «Изгелек» Ғарипова Т. «Ватандаш» журналы /№9 2002 й.1-12 б.б

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цуканова Зәйфә. «Писательницы Башкортостана». — Өфө: «Китап», 2019 й. — С. 150-152-се б..
  • «Изгелек» Ғарипова Т. «Ватандаш» журналы /№9 2002 й.1-12 б.б
  • Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 110.