Хәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы
Тыуған көнө 1942
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист

Хәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы (1942 йылдың 7 ғинуарында тыуған) — башҡорт шағиры, иҡтисадсыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы I Дәүләтҡол ауылында тыуған. 3 айлыҡ сағында атаһының тыуған яғына Ейәнсура районы Таҙлар ауылына күсеп китәләр.

Таҙлар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, механизатор булып эшләй.

19621965 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

19731976 Мәскәүҙә аспирантурала уҡый.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙаҡ йылдар фәнни-тикшеренеү институттарында эшләй. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. Хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1990-сы йылдарҙа шиғыр китаптары баҫылып сыға башлай. Бәхтейәр Хәлитовтың ижадына тематика төрлөлөгө хас, шиғырҙарында фекер һәм хис-тойғолар хәрәкәте тойола. Шағир-пропагандист булараҡ, Бәхтейәр Әсфәндиәр улы үҙ милләте, үҙ халҡы, уның үткәне һәм хәҙергеһе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.

Шиғри йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2001 — «Аҡ урман»
  • 2003 — «Рухым ҡанаттары минең»
  • 2004 — «Аҡ ҡаяла»
  • 2005 — «Дарман»
  • Хәлитов Б. А. Аҡ ҡаяла: Шиғырҙар. — Уфа: Китап, 2009. — 140 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 417 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]