Хәнбәли мәҙһәб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәнбәли мәҙһәб
ғәр. المذهب الحنبلي, الحنابلة
Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

IX быуат

Нигеҙләүсе:

Әхмәт ибн Хәнбәл

Илдәр:

Сәғүд Ғәрәбстаны, Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман, Ираҡ, Сүриә, Мысыр, Фәләстин, Афғанстан һ.б.

Хәнбәли мәҙһәб (ғәр. المذهب الحنبلي‎; мәҙһәб яҡлылар хәнбәлиҙәр тип атала, ғәр. الحنابلة‎; рус. Ханбали́тский мазха́б) — ортодоксаль сөнни исламдағы дүрт хоҡуҡи каноник мәктәптең (мәҙһәб) береһе. Мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы — Әхмәт ибн Хәнбәл — хәҙистәр буйынса иң билдәле белгестәрҙең береһе [⇨].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ираҡта барлыҡҡа килеп, хәнбәли мәҙһәбе был мәктәптең «икенсе тыуған төйәгенә» әүерелгән Левант территорияһында таралыу ала. Леванттан хәнбәлилек, власты шиғый-исмәғилиҙәр биләгән, ә хоҡуҡ мәктәбе булып шәфиғи мәҙһәб өҫтөнлөк иткән Мысырға үтеп инә. Монголия илбаҫарҙарын ҡабул итмәү арҡаһында хәнбәлиҙәр ислам донъяһында үҙ йоғонтоһон юғалта[⇨].

Хоҡуҡи мәсьәләләр. Дауыт Әхмәт ибн Хәнбәл (879 йыл). Иң боронғо мосолман ҡулъяҙмаларының береһе

Әхмәт ибн Хәнбәл иҫән сағында фиҡһ буйынса бер генә хеҙмәт яҙа, ә уның тәғлимәтен үҫтереү менән улдары һәм уға иң яҡын торған шәкерттәре шөғөлләнә. Хәнбәли мәзһәбе яҡлылар араһында исламдың күренекле белгестәре күп була, улар араһында Әбү Бәкер әл-Хәлләл, Ибн Ғәҡил, Ибн әл-Жәүзи, Ибн Тәймиә һ. б.[⇨][⇨] Хәнбәли мәзһәбе сөнниҙәрҙең дүрт мәҙһәбе араһында иң әҙ һанлы һанала[⇨].

Хәнбәлилектең догматик-хоҡуҡи мәктәбе рәсми рәүештә Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Катарҙа теркәлгән, хәнбәлиҙәрҙең күпселеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Оман солтанатында һәм Фарсы ҡултығының башҡа дәүләттәрендә йәшәй. Хәнбәли йәмәғәттәре Ираҡ, Сүриә, Мысыр, Фәләстин һәм Афғанстанда бар [⇨].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]