Эстәлеккә күсергә

Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы
Хәсәнов
Тыуған көнө

1894({{padleft:1894|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы, Теләүембәт ауылы[1]

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең береһе.

1894 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусының Теләүембәт ауылында тыуған[1]. 11 йәшендә етем ҡалып, атаһының бер туған ҡустыһы ҡулында тәрбиәләнә. Аҙаҡ ауыдағы рус-башҡорт мәктәбе янындағы етемдәр пансионына барып урынлаша. Ауылда өс йыл уҡығандан һуң, Теләүембәттән йыраҡ түгел Сәйетҡол ауылындағы 2 класслы рус-башҡорт училищеһына уҡырға инә. Бында, өс йыл эсендә столяр һөнәрен үҙләштереп, бер-аҙ аҡса эшләп алып, 1911 йылда Пермь губернаһының Красноуфимск ҡалаһындағы сығып китә. Бында ул Красноуфимск рус-башҡорт ауыл хужалығы училищеһына керә. "Башҡорт степендияһы"на уҡый. Училищела Ғәлиәхмәт Хәсәнов столяр, тимерсе-слесарь һөнәрҙәрен үҙләштерә, һабын ҡайнатыусы һәм май етештереүсе заводтарҙа эшләй.

1915 йылда ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, практикант сифатында помещик Шоттың имениеһында эшләй. Артабан Ырымбур губернаһы земствоһына эшкә төшөп, 1917 йылдың йәйенә тиклем Ырымбур өйҙенең Покровский агрономия участкаһында агроном ярҙамсыһы булып йөрөй.

1917 йылдың йәйендә Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәктенә ҡушылып китә.

« После Февральской революции 1917 года добровольно покинул земство, как сын веками угнетенного царизмом башкирской бедноты для выяления интересов этой бедноты и оформление ее требований вошел в среду башкирских работников (коих было тогда несколько человек) Башкирское областное Бюро и работал не получая за свои труды никаких вознаграждений »

, — тип яҙа ул үҙенең автобиографияһында.

1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Август айында Өфө лә үткән II Башҡорт ҡоролтайында ул Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитетына ағза итеп һайлана. Ғәлиәхмәт Хәсәнов Үҙәк шураның Статистика эштәре буйынса бүлеген етәкләй.

« Цель Областного Бюро было объединение башкирских масс раскинутых в пяти губерниях Российской империи. Участвуя в этой работе, я собрал всякого рода статистические материалы по Оренбургской, Самарской, Уфимской, Пермской и Вятской губерний, касающихся башкирского населения, землепользования, скотоводства и т.д. и конечном результате по этим данным был составлен проект карты Башкирии с разделением на 13 кантонов »

, — тип яҙа Ғ. Хәсәнов.

Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡорт үҙәк шураһы булараҡ 1917 йылдың көҙөндә милли-азатлыҡ хәрәкәтенең мөһим документтарын әҙерләүҙә ҡатнаша. 1917 йылдың 15 ноябрендә Үҙәк шура тарафынан ҡабул ителгән тарихи акт — Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһындағы 2-се фарманда уның да ҡул тамғаһы бар.

1917 йылдың 8-20 декабрендә, Ырымбурҙа үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. Ҡоролтайҙан һуң, Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡорт үҙәк шураһының финанс бүлеген мөдире булып эшләй. 1918 йылдың февралендә Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт үҙәк шураһы ағзалары большевиктар (дөрөҫөрәге, Башҡортостан автономияһын күрә алмаған Ырымбур мосолман хәрби комитеты) тарафынан ҡулға алынып төрмәгә ябыла. Ғ. Хәсәнов большевиктар ҡулынан ысҡынып өлгөргән, булһа кәрәк. Документтарҙан күренеүенсә, төрмәгә ябылған башҡорт эшмәкәрҙәре араһында уның исеме телгә алынмай.

1918 йылда июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте янынан тергеҙелә. Июль айында Сәғит Мерәҫов Ырымбурға килеп, Башҡорт хөкүмәтенең урындағы хәрби бүлеген ойоштора. Оҙаҡламай Ғәлиәхмәт Хәсәнов та ошо бүлектең эшенә ҡушылып китә. Хәрби бүлек ағзаһы булараҡ ул С. Мерәҫов, Ә. Бейешев, У. Ҡыуатов, Х. Ғәбитовтар берлектә халыҡты Башҡорт армияһына мобилизациялау эшендә ҡатнаша.

Артабанғы айҙарҙа Ғәлиәхмәт Хәсәнов Илдархан Мутин урынына Башҡорт хөкүмәтендә финанс бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Башревкомда эшләй. Ғәлиәхмәт Хәсәнов Башҡортостандың аҙыҡ-түлек комиссары итеп тәғәйенләнә. Артабан ул, Башревком юлланмаһы буйынса, Мәскәүҙә Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетына уҡып ҡайта.

1920 йылдың майынан Ғ. Хәсәнов Башҡортостандың Ер эштәре буйынса халыҡ комиссариаты (Наркомзем) Коллегияһы ағзаһы булып эшләй. Һуңынан Ер эштәре буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.

1920 йылдың июлендә Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезында — республиканың яңы идара органы — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) ағзаһы итеп һайлана. Артабан Ғ. Хәсәнов Республиканың Наркомзем урынбаҫары вазифаһын башҡара.

30-сы йылдар аҙағында Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы «Башкоопмолпром» предприятиеһында директор урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдың 15 декабрендә ҡулға алынып, биш йылға иркенән мәхрүм ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1957 йылдың 10 июнендә реабилитацияланған.

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы.
  1. Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 172—173 биттәр.