Хөрмәтулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хөрмәтулла исем битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Хөрмәтулла — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөрмәтулла — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, «хөрмәт» мәғәнәһен аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002). Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған.


Иҙелбаев Хөрмәтулла — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы Теләүембәт ауылда тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы (1918), Башҡортостан хөкүмәтендә эшләгән, БАССР-ҙың халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы (1919).

Хәйруллин Хөрмәтулла (Хөрмәт) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөрмәтуллин Әнүәр Ғәлиулла улы (1921 йыл) — Башҡортостандың Салауат районы Урмансы ауылында тыуған. Ленин ордены кавалеры.

Хөрмәтуллин Ғабиҙулла Әхмәҙулла улы (1953 йыл) Татарстандың Мөслим районы Байыҡ ауылында тыуған. Йырсы (тенор), Татарстандың атҡаҙанған артисы (2009), Татарстандың атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре.

Хөрмәтуллин Илдар Юлай улы — Стәрлетамаҡ эске эштәр министрлығы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы.

Хөрмәтуллина Алһыу Мәхмүт ҡыҙы — Ҡазан федераль университеты доценты, юридик фәндәр кандидаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ