Цунами
Цунами (япон. 津波, 津 — «порт, ҡултыҡ», 波 — «тулҡын») — диңгеҙ, океан төбөндә ер тетрәү, вулкан атылыуҙан барлыҡҡа килгән тулҡын. Көслө цунами 7 һәм күберәк магнитудалы ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килә. Асыҡ океанда, цунами барлыҡҡа килгән урындан,
, бында
— ирекле төшөү тиҙләнеше, а
— океан тәрәнлеге. Һыу тәрәнлеге 400 м булғанда, тулҡын тиҙлеге 200 м/с йәки 720км/сәғ. Асыҡ диңгеҙҙә тулҡын бейеклеге 1 м-ҙан артмай, ә тулҡын оҙөнлоғо 100-200 км. Әммә шул тулҡын яр буйына кbлеп еткәс, уның бейеклеге арта башлай һәм 40 м-ға етә. Көслө диңгеҙ тулҡыны судноларҙы ярға сығарып ырғыта, төҙөлөш ҡоролмаларын емерә, ә кире сигенгәндә юлындағы бөтә нәмәне океанға йыуып алып китә.
-
Тымыҡ океанда цунами таралыуы.
Был афәтте булдырмау мөмкин түгел, бары халыҡты цунами яҡынлашауы тураһында бер нисә минут алдан иҫкәртергә генә мөмкин. Һыу аҫтындағы гидрофонда (тауышты) махсус ҡорамалдар ярҙамында ишетеп, цунами йүнәлешен, ҡайҙан килеүен, таралыу тиҙлеген иҫәпләп сығарап халыҡты иҫкәртергә мөмкин.