Чернухин Иван Фомич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чернухин Иван Фомич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Q124571880?
Тыуған көнө 11 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Корочанский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 май 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Луганск, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Луганск
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Чернухин Иван Фомич (11 ғинуар 1913 йыл — 13 май 1984 йыл, Ворошиловград) — 1941 йылдың декабрендә Өфөлә 1-се Белоруссия фронтының 7-се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ төҙөлгән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылдың 11 ғинуарында Погореловка (хәҙер Белгород өлкәһе Корочан районының Погорелово ауыл биләмәһе үҙәге) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1967 йылдан КПСС ағзаһы. Башланғыс белемле. Колхозда эшләй.

1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында. 1942 йылдың декабренән хәрәкәт итеүсе армияла. 60-сы гвардия кавалерия полкы взводының командиры ярҙамсыһы гвардия старшинаһы Иван Чернухин, 1945 йылдың 18 ғинуарында баш дозорҙа булып, беренселәрҙән Пилица йылғаһын кисеп сығып, дошман траншеялары аша үтә һәм алға табан хәрәкәт итеп, Польшаның Томашув ҡалаһына барған юл сатын яулай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 апрелендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия старшинаһы Иван Фомич Чернухинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм "Алтын Йондоҙ"миҙалы тапшырыла.

Һуғыштан һуң демобилизациялана. Ворошиловград ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1984 йылдың 13 майында вафат була. Луганскиҙа ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленин, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И. Ф. Чернухиндың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы геройы исеме менән бергә иҫтәлекле таҡтаташҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған.
  • Белгород өлкәһенең Прохоровка ҡала тибындағы ҡасабаһындағы Геройҙар аллеяһына уның бюсы ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Герои-белгородцы. — 2-е изд., доп. — Воронеж, 1972.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Фомич Чернухин. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 7 июнь 2014.