Чукмарлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чукмарлы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Чукмарлинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Чукмарлинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423367
Карта

Чукмарлы (Суҡмарлы; татар. Чукмарлы, рус. Чукмарлы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Иғәнә йылғаһының һул ҡушылдығы буйында, Сарман ауылынан көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға ҫарайлы-мең һәм байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең-Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, икмәк магазины, 3 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда ауылда 29 башҡорт; 1834 йылда — 131 башҡорт (1952 йылда 25 аҫаба башҡорт ғаиләһе Нөркәй, Имән, Сөлөк, Саҡлау ауылдарынан килеп бында төпләнә); 1859 йылда — 147 ир затлы аҫаба башҡорт; 1912 йылда — 1167 аҫаба башҡорт һәм 465 татар иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2][3])
187018971920192619381949195819701979198920022010
3168591132911905640556586544449400348

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 229. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.