Шишмә ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шишмә ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Шишмә
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452328

Шишмә ауыл СоветыДүртөйлө районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452328. ОКАТО коды — 80224852000. Исмаил ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Шишмә ауылы— административ үҙәк, Етембәк, Һикәлекүл ауылдары

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы ст.1 п. белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Исмаил ауылында административ үҙәге менән, «Исмаил» атамаһын һаҡлап, Исмаил һәм Шишмә ауыл Советтарын берләштерергә.

Шишмә ауыл Советының Етембәк, Шишмә, Һикәлекүл ауылдарын Исмаил ауыл Советы составына индерергә.
Исмаил ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Шишмә ауыл Советын алып ташларға

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылға  Илеш районы, Исмаил ауыл Советы муниципаль берәмеге менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]