Шоколад

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шоколад

Шокола́д (ингл. Chocolate, франц. Chocolat, исп. Chocolate) — какао емешенән әҙерләнгән төрлө кондитер продукттарын аңлатыусы термин.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тарихы

Шоколадтың һәм какао ағасының тыуған иле булып Үҙәк һәм Көньяҡ Америка булып тора. Бер нисә йөҙ йыл буйы шоколадты эсемлек урынына файҙаланғандар. Индеецтар онталған какао борсағын һыуҙа бутап, ҡыҙыл борос ҡушып эсемлек әҙерләгәндәр. XVI быуатта ғалим-монах Бенцони Испания короленә шыйыҡ шоколадтың файҙаһы тураһында белдерә. Докладты шунда уҡ йәшерен итәләр, ә шоколадты дәүләт сере тип иғлан итәләр. Был серлелекте боҙған өсөн бер нисә кеше яза ала. Оҙаҡ ваҡыт шоколад байҙар файҙаланырлыҡ ҡына, етештереүе ҡатмарлы, ингредиенттары ҡыйбатлы аҙыҡ булып ҡала.

Тик XIX быуат аҙағында ғына кондитерҙар хәҙерге заман шоколадын етештерә ала.

Ә XX быуат башында шәкәр һәм какаоның осһоҙланыуы шоколадты һәр кемгә һатып алырға мөмкинлек бирә. «Королдәр ризығы» тип рекламаланған шоколад ҙур уңыш ҡаҙана.

Шоколад депрессияны дауалай, кәйефте яҡшырта, яраларҙы төҙәйтә тип иҫәпләйҙәр[1].

[үҙгәртергә] Ҡыҙыҡлы факттар

  • 30 г шоколадта 140 килокалорий тупланған.
  • 37 г шоколадта уртаса 9 г май (калория буйынса 55%) бар.
  • шоколад составында йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы флавонид матдәлере бар. Шуға охшаш матдәләр вино һәм винорадта бар.
  • Беҙҙең эраға тиклем 1200—1000 йылдарҙа Үҙәк Америкала әсегән какао һутынан «шоколад пивоһы» әҙерләгәндәр[2].
  • шоколад составында, күпселек хайуандар өсөн токсин (ағыу), теобромин бар. Бесәй һәм эттәр өсөн үлемесле доза —200…300 мг/кг тоебромин. Ат һәм попугайҙар ҙа был матдәге бик һиҙгер. Кеше организмында метоболизм процесы бик тиҙ барғанлыктан, шоколадтан кеше ағыуланыуы осрағы теркәлмәгән.
  • 11 июль — Бөтә донъя шоколад көнө (World Chocolate Day).
  • АҠШ-та шоколад йомортҡаһын һатып алыу мөмкин түгел. Был илдә аҙыҡ эсенә ашарға яраҡһыҙ әйбер һалыу тыйыла.
  • Япония студенттары экзамен алдынан Kit Kat шоколадын ашай. Был японса «китто кацу» («барыбер еңәсәҡһең») тигән һүҙгә оҡшаш.
  • Подсбамдағы диетология институты (DlfE) белдереүе буйынса көнөнә 6 г шоколад ашау гипертония сире хәүефлелеген 39 %-ҡа кәметә, инсульт һәм миокарда инфарктына яҡшы профилактика дауаһы булып тора[3].

[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр

  1. Как бесполезные продукты стали незаменимыми в нашей жизни
  2. Lenta.ru «Археологи нашли следы древнего шоколадного пива» со ссылкой на журнал «Proceedings of the National Academy of Sciences»
  3. Немецкие ученые подтвердили — шоколад продлевает жизнь

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә