Эстәлеккә күсергә

Шүкенов Батырхан Камал улы

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батырхан Шүкенов
ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Батырхан Камал улы Шүкенов

Тыуған

18 май 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы[1], СССР

Үлгән

28 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (52 йәш)

Үлгән урыны

Мәскәү, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан,
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы.
музыкант,
саксофонсы,
композитор,
шағир

Әүҙем йылдары

1982 — 2015

Йырлау тауышы

лирик тенор

Инструменттар

саксофон

Жанрҙар

поп-музыка

Псевдонимдар

Батыр

Коллективтар

«А’Студио»

Хеҙмәттәшлек

Еркеш Шакеев, Алла Пугачева, Роза Рымбаева, Павел Есенин, Байгали Серкебаев, Булат Сыздыков, Валерий Меладзе, Леонид Агутин, Морат Насыров

Наградалар
Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре
Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре
batyr.net
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Батырхан Камал улы Шүкенов (ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов; 18 май 1962 йыл, Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы[1] — 28 апрель 2015 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — танылған Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, музыкант, саксофонсы, композитор, шағир[2]. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010)[3][4]. Ҡаҙағстанда ЮНИСЕФ-тың Яҡшы теләк илсеһе (2009—2015)[5][6]. Билдәле ҡаҙаҡ-рәсәй «А’Студио» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм солисы, был төркөм составында киң популярлыҡ яулай (1987—2000)[7][8][9]. 2000 йылдың көҙөндә, төркөмдән киткәндән һуң, янғыҙы йырлай башлай[7].

Батырхан Камал улы Шүкенов 1962 йылдың 18 майында Ҡаҙаҡ ССР-ның Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында экономистарҙың дүрт балалы ғаиләһендә тыуған[10]. Атаһы — Камал Шүкен улы Шүкенов (1935), иҡтисадсы[11]. Атаһы — ҡаҙаҡ, әсәһе үзбәк милләтле.

1979 йылда Ҡыҙыл Урҙалағы Н. А. Островский исемендәге 233-сө мәктәпте тамамлай[12].

Мәктәп йылдарында музыка түңәрәгенә йөрөй башлай, ә урта белем алғас, Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтының саксофон класына уҡырға инә[13], унда ике йыл уҡый. Уға саксофон серҙәрен бар донъяға танылған саксофонсы Геннадий Гольштейн менән сакс-тенорист Владимир Рабик төшөндөрә[14].

1981 йылда Шүкенов Ҡурманғазы Сағырбаев исемендәге Алматы дәүләт консерваторияһының инструменталь башҡарыу факультетының саксофон класына күсә[2].

1982 йылда, консерваторияла уҡығанда, Алматыла музыканттар Байғали Серкебаев, Булат Сыздыҡов һәм Владимир Миклошич менән таныша, улар Батырханды Ҡазағстандан ситтә лә билдәле булған «Арай» төркөмөнә саксофонсы итеп саҡыра. Ул ваҡытта «Арай» Ҡаҙаҡ ССР-ның танылған йырсыһы Роза Рымбаева менән эшләй. Коллектив составында Шүкенов үҙен альт—тенор-саксофон оҫтаһы итеп таныта, инструменталь джаз әҫәрҙәрен башҡарып, 1983 йылда VII Бөтә Союз эстрада артистары конкурсында лауреат була[2].

1985 йылда Алматы дәүләт консерваторияһын тамамлай.

1985—1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[2].

1987 йылда музыканттар «Арай» төркөмөнән китә, һәм «Алма-Ата» тип исемләнгән яңы төркөмдәрен төҙөй. Ошо ваҡыттан Шүкенов, саксофонда уйнауҙан тыш, йырлай башлай. Бер йылдан һуң төркөм «Мелодия» фирмаһында беренсе «Путь без остановок» альбомын сығара, һигеҙ йырҙың икәүһе — ҡаҙаҡ телендә, барыһын да Батырхан Шүкенов башҡара. Төркөм исемен «Алма-Ата Студио» тигәнгә алмаштыралар, ә Шүкенов коллективтың фронтменына әүерелә[15][16][17].

1989 йылда музыканттар бөтә Союзға билдәле булып киткән «Джулия» йырын яҙа. Төркөм менән Алла Пугачева таныша, һәм шунда уҡ уны Ҡаҙағстандан Мәскәүгә, үҙенең Йыр театрына саҡыра. «Раштыуа осрашыуҙарында» ҡатнашҡандан һуң, «А’Студио» төркөмө билдәлелек яулай[18]. Төркөмдөң көнитмеше үҙгәрә: тығыҙ гастролдәр графигы, пластинкалар сығарыу, Шүкенов башҡарыуындағы яңы үҙенсәлекле «Джулия», «Белая река», «Стоп, ночь», «Солдат любви», «Эти теплые летние дни», «Нелюбимая» һ. б. йырҙары. Төркөм гастролдән башҡа күп ваҡытын Мәскәүҙә үткәргәс, тамашасы тарафынан Рәсәй төркөмө итеп ҡабул ителә. Алла Пугачеваның Йыр театрында «А’Студио» музыканттары 1989—1994 йылдарҙа хеҙмәт итә[2]. Шүкенов әйтеүенсә, улар Пугачева менән «ысын дуҫ» була, «йыш ҡына ҡунаҡҡа барып, музыка, тормош тураһында фекерләштек, һүрәт төшөрҙөк…», ә Батырханды «улым» тип йөрөткән[19].

2000 йылдың көҙөндә Батырхан Шүкенов төркөмдән китеп[7], этник музыкаға кире ҡайта, «Батыр» исеме аҫтында үҙ аллы ижад итә. Яңы репертуары өсөн йырҙарҙы Павел Есенин яҙа[17].

2002 йылда Шүкенов ҡаҙаҡ телендәге тәүге үҙ аллы йырлаған «Отан ана» («Тыуған ер») альбомын сығара[20].

2007 йылда Алматыла Республика һарайында үткән концерты һәм видеоклиптар яҙылған «Батыр Live» DVD-альбом релизы үтә.

2007—2015 йылдарҙа Батырхан Шүкенов Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаевтың мәҙәниәт буйынса советнигы була[21][22].

2009 йылдың 20 ноябрендә, Балалар хоҡуҡтары тураһындағы БМО Конвенцияһының 20 йыллығын билдәләгәндә, Шүкенов ЮНИСЕФ-тың Ҡаҙағстандағы Милли яҡшы теләк илсеһе тип иғлан ителә[5][6].

2010 йылда Шүкенов «Осторожно, милая девушка!» тип аталған дүртенсе альбомын сығара. Рәсәй журналисы һәм музыка тәңкитсеһе Гуру Кен әйтеүенсә, Шукенов — «еңелсә репертуарҙан интеккән ҙур артист»[23].

Шул уҡ йылда «Всё пройдёт…» альбомы сыға.

2010 йылдың 7 декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Н. Ә. Назарбаев ҡарары менән Батырхан Шүкеновҡа «Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелә[3].

2013 йылда Шукеновтың һуңғы «Душа» исемле альбомы сыға[20]. Шул уҡ ваҡытта йырсы «Россия-1» телеканалы үткәргән «Тере тауыш» музыкаль телешоу еңеүсеһе була[22].

2015 йылда Шүкенов «Россия-1» телеканалы үткәргән «Один в один!» музыкаль телевизион шоуында ҡатнаша. Май айында телепроект финалында йырларға тейеш була, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, сығыш яһай алмай[24][25]. Үлгәндән һуң, төп еңеүсе менән бер рәттән, шоу еңеүсеһе тип таныла.

2015 йылдың 28 апрелендә яҡынса 23:00 сәғәттә (йырсы директоры Руслан Магомедов әйтеүенсә[26]) Батырхан Шүкенов 52 йәшендә Мәскәүҙә үҙ фатирында инфаркттан үлеп ҡала[27][28][29][30].

2015 йылдың 29 апрелендә Мәскәүҙә йырсы менән хушлашыу үтә[31]. Алматы ҡалаһында был ваҡытта меңләгән халыҡ Республика һарайы алдындағы майҙанда йыйылып, кискә тиклем уның йырҙарын йырлай[32].

Батырхан Шүкенов Алматы ҡалаһының «Кена—2» зыяратында ерләнгән[33][34].

«А’Студио» төркөмө составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Путь без остановки» — 1988, «Мелодия» фирмаһы
  • «Джулия» — 1991, «Русский диск»
  • «А’Студио» — 1993, «Jeff Records»
  • «Солдат любви» — 1994, «Союз» студияһы
  • «А’Студио Live» — 1995, «Союз» студияһы
  • «Нелюбимая» — 1996, «Союз» студияһы
  • «The Best» — 1997, «Союз» студияһы
  • «Грешная страсть» — 1998, «ОРТ-Рекордз»
  • «Отан ана» («Родина Мать») — 2002, 2006 йылында яңынан сығарылған
  • «Твои шаги» — 2006
  • «Батыр Live» — 2007
  • «Осторожно, милая девушка!» — 2010
  • «Всё пройдёт…» — 2010
  • «Душа» — 2013

Батырхан Шүкенов Валерий Меладзеның «Сэра», «Странница осень», «Рассветная», Морат Насыровтың «Кто-то простит», Иракли менән «Так не бывает» (саксофонда уйнай) йырҙарын яҙыуҙа ҡатнаша[35].

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге — Ҡаҙағстан
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Биография Батырхана Шукенова. 2017 йыл 16 ноябрь архивланған. Официальный сайт «Русского радио» // rusradio.ru Ссылка проверена 6 марта 2009
  3. 3,0 3,1 Указом Президента Республики Казахстан Нурсултана Абишевича Назарбаева от 7 декабря 2010 года Батырхану Шукенову присвоено почётное звание «Заслуженный деятель искусств Казахстана». 2015 йыл 18 май архивланған. Официальный сайт Батырхана Шукенова // batyr.net (29 декабря 2010 года)
  4. Церемонии прощания с экс-солистом «А-Студио» Шукеновым пройдут в Москве и Алма-Ате. Телеканал «НТВ» // ntv.ru (29 апреля 2015 года)
  5. 5,0 5,1 Kazakhstan appoints its first UNICEF Ambassador, artist Batyrkhan Shukenov. 2017 йыл 15 ноябрь архивланған. // unicef.org (23 November 2009)
  6. 6,0 6,1 Известный певец Батырхан Шукенов стал первым послом доброй воли ЮНИСЕФ в Казахстане. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 История группы «А’Студио». Официальный сайт группы «А’Студио» // astudio.ru
  8. В Алма-Ате простились с основателем «А’Студио» Батырханом Шукеновым. «РИА Новости» // ria.ru (1 мая 2015 года)
  9. Энциклопедия. Персоны. Шукенов Батырхан Камалович. Информационное агентство России «ТАСС» // tass.ru (2 мая 2015 года)
  10. Батырхан Шукенов. Биография. Интернет портал «Нур» (Ҡаҙағстан) // nur.kz
  11. Казыбек Ботаев. След на земле. «Кызылординские вести» (22 ғинуар 2015). 2016 йыл 5 март архивланған.
  12. Умер первый солист группы «А’Студио» Батырхан Шукенов. Информационное агентство «АКИpress» (Ҡырғыҙстан) // culture.akipress.org (29 апреля 2015 года)
  13. Батырхан Шукенов — гость Кати Новиковой и Марии Бачениной. Интервью от 15 мая 2011 года.(недоступная ссылка) Радио «Маяк» // radiomayak.ru
  14. Батырхан Шукенов в гостях у Романа Трахтенберга и Лены Батиновой. Интервью от 26 января 2009 года. 2016 йыл 6 март архивланған. Радио «Маяк» // radiomayak.ru
  15. Группа «А’Студио». Песни из репертуара «Стильного радио». 2008 йыл 28 май архивланған. // shanson.net Ссылка проверена 6 марта 2009 года
  16. История группы «А’Студио».
  17. 17,0 17,1 «А-Студио»: история группы, лучшие песни, альбомы, видео. 2008 йыл 25 декабрь архивланған. // blatata.com (2 сентября 2007 года)
  18. Борис Барабанов. «А-Студио» подала разные голоса. Отмечая 20-летие. Газета «Коммерсантъ» № 213 от 20.11.2007, стр. 21. // kommersant.ru Ссылка проверена 6 марта 2009
  19. Ольга Александрова. Каким нам запомнится Батыр Шукенов. «КП» собрала самые известные песни группы «А’Студио» в исполнении Шукенова (видео). Газета «Комсомольская правда» (Москва) // msk.kp.ru (29 апреля 2015 года)
  20. 20,0 20,1 Виктория Иванова. Скончался экс-солист «А’Студио» Батырхан Шукенов. Газета «Известия» (29 апрель 2015). Дата обращения: 29 апрель 2015.
  21. Батырхан Шукенов. Биография. // afisha.mail.ru
  22. 22,0 22,1 Коллеги и поклонники шокированы известием о смерти Батырхана Шукенова. «Вести.ру» // vesti.ru (29 апреля 2015 года)
  23. Гуру Кен. Батыр — «Осторожно, милая девушка!». Рецензия на альбом. // guruken.ru (27 мая 2010 года)
  24. Звёзды шоу-бизнеса прощаются с Батырханом Шукеновым в Боткинской больнице. Певца похоронят на родине в Казахстане. Телеканал «РЕН ТВ» // ren.tv (29 апреля 2015 года)
  25. Батырхан Шукенов: «Так счастливым и уйду!» newstop.kz (17 май 2015).
  26. Алла Пугачёва почтила память Батырхана Шукенова, прислав на похороны венок. 2015 йыл 1 май архивланған.
  27. Умер солист группы «А’Студио» Батырхан Шукенов. 2015 йыл 9 май архивланған.
  28. Олеся Супряга. Умер солист группы «А’Студио» Батырхан Шукенов. Газета «Комсомольская правда» // kp.ru (29 апреля 2015 года в 00:45)
  29. Скончался первый солист группы «А’Студио» Батырхан Шукенов. Сетевое издание «Интерфакс-Россия» (29 апрель 2015). Дата обращения: 29 апрель 2015.
  30. Скончался певец Батырхан Шукенов Интернет-журнал «Vласть» (Казахстан) // vlast.kz (29 апреля 2015 года в 07:23)
  31. Прощание с музыкантом Батырханом Шукеновым пройдёт в Москве. Похоронен музыкант будет на родине — в Казахстане. Информационное агентство России «ТАСС» // tass.ru (29 апреля 2015 года)
  32. Видео программы «Анатомия дня». Сотни поклонников простились с Батырханом Шукеновым в Москве и Алматы. Телеканал «НТВ» // ntv.ru (30 апреля 2015 года)
  33. YouTube сайтында ВИДЕО. Прощание с Батырханом Шукеновым / Батырхан Шүкеновтің ақтық сапары — Прямой репортаж на русском и казахском языках с гражданской панихиды, состоявшейся 1 мая 2015 года в здании Казахской государственной филармонии имени Джамбула в городе Алматы (Live, 00:55:26). // youtube.com («Azattyq TV», Казахстан)
  34. YouTube сайтында ВИДЕО. Прощание с Батырханом Шукеновым, Алматы, 1 мая, 2015 года (Live, 00:07:18). // youtube.com (Интернет-журнал «Vласть», Казахстан)
  35. 20 самых запоминающихся явлений казахстанской музыкальной эстрады (фото) 2016 йыл 5 ғинуар архивланған.