Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 16 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Яңы Мөсәт мәктәбе
Өфө сәнғәт училищеһы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы (16 июнь 1977 йыл) — йырсы. 2007 йылдан Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018). Халыҡ-ара, төбәк һәм республика йыр конкурстары лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венера Самат ҡыҙы Юлгилдина (Ураҙаева) 1977 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын (Низаметдинова А. К. класында уҡый) 1998 йылда, Өфө сәнғәт институтын (Аҙнаҡаева Р. Ш. класы) 2005 йылда тамамлай.

2007 йылдан Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары «Гөлнәзирә», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Фәхерниса», «Элмәлек» һәм Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, А. М. Ҡобағошов, М. А. Макаров, Ю. Х. Үҙәнбаев, Р. М. Хәсәнов һәм башҡаларҙың вокал әҫәрҙәре бар.

Венера Уразаева Башҡортостан Республикаһы буйлап, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында гастролдәрҙә була, шулай уҡ Испания, Италия, Франция, Швейцария, Англия, Төркиә буйлап сит ил сәфәрҙәренә сыға.

Ул — «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы лауреаты (2005), С. Сәйҙәшев исемендәге 1-се дәрәжә өлкә вокалистар конкурсы лауреаты, Р. Ваһапов исемендәге III Халыҡ-ара татар йыры фестиваленең 1-се дәрәжә лауреаты[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлгильдина Венера Саматовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 576. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.