Ғафуров Ренат Зәйтүн улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафуров Ренат Зәйтүн улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 октябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спидвейный гонщик
Спорт төрө мотоцикл спорты[d]

Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (8 октябрь 1982 йыл) — спортсы, спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклда уҙышыуҙа Европа чемпионы, шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Зәйтүн Ғафуров, билдәле спидвей спортсыһы, СССР команда чемпионатының призеры («Нефтсе» составында) һәм тренер. Спидвей арбитры Рафаэль Ғафуров — аҙашы.

Спидвей менән 1977 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1998 йылда Рәсәй чемпионатында юниорҙар араһында шәхси финалға сыға һәм унда 15 мәрәй менән 2-се урын биләй.

1999 йылдан алып спидвей буйынса Рәсәйҙең команда чемпионаты ярыштарында ҡатнаша башлай. 1999—2005 йылдарҙа "Лукойл" өсөн сығыш яһай, унда ике тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм биш тапҡыр команда зачетында көмөш призер була, ә шәхси зачетта шулай уҡ юниорҙар араһында ил чемпионы (2001, 2003) титулын яулай. Шул уҡ 2003 йылда өлкәндәр араһындағы шәхси беренселектә 2-се урын биләй, бары тик тәжрибәле Олег Кургускиндан ғына ҡалыша.

2006 йыл шул уҡ Октябрьский ҡалаһы спортсыһы Эдуард Шәйхуллин менән бергә, март айындағы «Турбина» командаһының үҙен саҡырыуына һәм үҙенең Балаково командаһына күсергә теләге булыуға ҡарамаҫтан, «Восток» командаһы өсөн ярыша[1]). Ренат Алыҫ Көнсығыш командаһы өсөн 2006 — 2013 йылдарҙа, (2008 йылда «Салауат» командаһы өсөн ярышыуын иҫәпкә алмағанда) ярыша. Ошо ваҡыт эсендә Ренат шәхси беренселектә ике тапҡыр (2006, 2009) һәм командалар араһындағы чемпионатта бер тапҡыр (2010) ил чемпионы титулын яулай. 2014 йыл миҙгеле алдынан туған СТК «Октябрьский» командаһына әйләнеп ҡайта, әммә «Октябрьский» командаһы чемпионаттан төшөп ҡалғас, ҡайтанан «Восток» командаһы өсөн сығыш яһай.

2016 йыл миҙгеле алдынан Тольяттиҙың «Мега-Лада» командаһына күсә[2].

20042006 йылдарҙа Рәсәй чемпионаттарында иң яҡшы спортсы була. 2012—2017 йылдарҙа йыл һайын Рәсәй шәхси чемпионаты призеры була.

Европала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда Равичтың 1ПЛ «Колеяж» клубы өсөн бер ярыштарҙа ҡатнаша, унда 5 ярышта 6 мәрәй йыя. 2005 — 2007 йылдарҙа — Рыбникта, 2008 — 2016 йылдарҙа — Гданьскиҙа клуб алдындағы ҡаҙаныштары өсөн 15 йыллыҡтың (2000—2015) иң шәп спидвейсыһы итеп һайлана[3]. Шуны ла әйтергә кәрәк, ике клуб өсөн ярышҡанда ла Ренат Ғафуров беренсе лиганан Экстра лигаға күсә (2005 — Рыбник клубы, 2008, 2011 һәм 2013 йылда — Гданьск клубы менән).

Рәсәй спортсылары араһынан Британия лигаһында ярышыусыларҙың береһе. Ундағы ҡушаматы «The Gaffer» — Дед (Ҡартатай)[4].

Швецияла ярышыуын 2007 йылда «Капарень» клубында башлай — Элитсерияның дебютанты сифатында ярыша. Әммә клуб 2008 йылда лицензия ала алмай[5], һөҙөмтәлә үҙе менән бергә был «Капарень» клубы өсөн ярышыусы Рәсәй спортсыһы Ғизәтуллин Денис менән «Хаммарбю» клубына күсә[6]. 2008 йыл миҙгеленән һуң «Хаммарбю» иғәнәсеһен юғалтҡанлығы арҡаһында Allsvenskan-лигаға күсә, ә Ғафуров ҡуртым буйынса «Индианерна» клубы өсөн ярыша башлай[7]

Шулай уҡ украин, чех, венгр һәм дания спидвей лигаларында ҡатнаша

Рәсәй чемпионаттарындағы ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спидвей буйынса юниорҙар Рәсәй чемпионатында
шәхси иҫәптә — 1-се урын (2001, 2003), 2-се урын (2000)
команда иҫәбендә — 1-се урын (2003)
  • Спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты
шәхси иҫәптә — 1-се урын (2006, 2009), 2-се урын (2003, 2007, 2012, 2014, 2017), 3-сө урын (2013, 2015, 2016)
команда иҫәбендә — 1-се урын (1999, 2000, 2010, 2017), 2-се урын (2001—2005, 2009, 2011, 2013, 2014), 3-сө урын (2006, 2007, 2012, 2016)
парҙар иҫәбендә — 1-се урын (2016), 2-се урын (2004—2006, 2008—2011), 3-сө урын (2003)
  • Спидвей буйынса Халыҡ -ара Рәсәй Федерацияһында
команда иҫәбендә — 1-се урын (2005)

Уртаса ярыш һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лига 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018
Рәсәй флагы Ҡалып:Цвета спидвея |1,609
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |1,500
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,294
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,462
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,333
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,611
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,810
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,500
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |2,250
Восток
2,025
Салават
Ҡалып:Цвета спидвея |2,316
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |2,364
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |2,289
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |2,237
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |1,444
Восток
Ҡалып:Цвета спидвея |1,357
Восток
- Ҡалып:Цвета спидвея |1,761
Мега-Лада
Ҡалып:Цвета спидвея |2,429
Мега-Лада

Мега-Лада
Польша (E) - - - - - - - 1,419
Рыбник
- - 1,231
Гданьск
- - 1,481
Гданьск
- 0,887
Гданьск
- - - -
Польша (I) - - - - 1,200
Равич
- 2,300
Рыбник
- 2,029
Рыбник
1,557
Гданьск
- 1,912
Гданьск
1,591
Гданьск
- 1,875
Гданьск
- - 1,844
Гданьск
1,646
Гданьск
-
Польша (II) - - - - - - - - - - - - - - - - 2,224
Гданьск
- -
Острувия
Бөйөк Британия флагы (E) - - - - - - 1,083
Оксфорд
1,385
Суиндон
- - - - Ҡалып:Цвета спидвея |1,405
Пул
1,267
Бель Вью
- - - - - -
Швеция флагы (E) - - - - - - - - 1,507
Капарна
1,643
Хаммарбю
1,280
Индианерна
1,792
Индианерна
Ҡалып:Цвета спидвея |1,526
Хаммарбю
- - - - - - -
Германия флагы - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |2,167
Ландсхут
Ҡалып:Цвета спидвея |2,390
Ландсхут
- Ҡалып:Цвета спидвея |2,000
Ландсхут
Ҡалып:Цвета спидвея |1,757
Ландсхут
Ҡалып:Цвета спидвея |1,950
Ландсхут
Ҡалып:Цвета спидвея |1,579
Ландсхут
Ҡалып:Цвета спидвея |1,800
Ландсхут
- -
Венгрия - - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |3,000[8]
Дебрецен
- - - - - - - -
Украина - - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |2,333
Турбина
- - - - - - - -
Чехия - - - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |2,500
Олимп
- - - - - - -
Дания - - - - - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |1,385
Хольстед
- - - - -

Халыҡ-ара ярыштарҙағы ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юниорҙар ярыштарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЛЧЕЮ — 8-се урын (2000), 16-сы урын (2001)

ЛЧМЮ — 6 -сы урын ¼ финалында (2002), 10 -сы урын ½ финалында (2003)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]