Ҙур ала тумыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҙур ала тумыртҡа. (Большой пёстрый дятел) Ҙур сыбар тумыртҡа, туҡран, туҡыртма. Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡара ҡанаттарында аҡ һыҙыҡтар бар, һырты ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Суҡышынан аҫҡараҡ төшкән ҡара һыҙыҡ, ике ;яҡтан килеп, елкәһендә тоташа. Ваҡ ала тумыртҡанан байтаҡ ҙур.

Тауышы яңғырауыҡлы әсе: «кик-кик-кик».

Урманда йәшәй. Ағастағы бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыш¬тарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомрртҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырын, ҙур файҙа килтерә.