Ҡотлогилде Ишемғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотлогилде Ишемғол улы
Тыуған ваҡыты

1794({{padleft:1794|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы, Бикес ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1812—?

Хәрби звание

сотник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Станислав ордены

Ҡотлогилде Ишемғолов (1794—?) — хәрби эшмәкәр, тархан. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡотлогилде Ишемғолов Ырымбур губернаһы Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Бикес ауылында йәшәгән. Сығышы менән тархандар нәҫеленән. Атаһы Ишемғол Илембәтов (1761—?) 9-сы башҡорт кантонында зауряд-чиновник булып хеҙмәт иткән[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 9-сы Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 9-сы Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 10 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара, 1813 йылдың майында Варшава герцоглығына килеп етә һәм бында Польша армияһы составына индерелә[2]. 1813 йылдың 19 сентябрендә 9-сы Башҡорт полкы Крейц отрядына керә һәм төрлө алыштарҙа, шул иҫәптән 1813 йылдың 28 сентябрендә — Фрайберг, 6 һәм 7 октябрҙә — Лейпциг, 14 октябрҙә — Мадин янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Лейпциг янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡотлогилде Ишемғолов 3-сө дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә[3].

21 октябрҙә 9-сы полк Төньяҡ армияның кавалериянан генерал барон Винценгероде корпусына ҡушыла, ә 1813 йылдың 27 декабренән 1814 йылдың 15 ғинуарына тиклем генерал-лейтенан Строгановтың отряды составында Гамбург ҡәлғәһен блокадалауҙа, Эрфурт эргәһендәге алышта ҡатнаша. 1813 йылдың декабренә ҡарата, Ҡотлогилде Ишемғолов 9-сы Башҡорт полкы командиры Аҡмәмбәт Ураҙғоловтың ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән[4].

1814 йылда полк Франция территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 13 февралдә — Селдизил, 21 февралдә — Элле, 24, 25 һәм 26 февралдә — Лаон янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 28 февралендә Ҡотлогилде Ишемғолов Павес ҡалаһы янындағы алышта ҡаһармалыҡ күрһәтә. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 9-сы Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота[5].

1824 йылдың 27 декабренән 1825 йылдың 13 сентябренә ҡәҙәр Санкт-Петербургта император Александр I һарайында хеҙмәт итә, 23 сентябрҙә бриллиант йөҙөк һәм 1000 һум аҡса менән бүләкләнә[5].

1828 һәм 1832 йылдарҙа армияға Рус-төрөк һәм Польша һуғыштарына ебәрергә 1-се һәм 8-се Башҡорт полктарын ойоштороу эшмәкәрлеге өсөн баш түрәләрҙән хуплау ала. 1835 йылда яҡшы хеҙмәте өсөн 4-се дәрәжәләге Изге Станислав ордены менән бүләкләнә[5].

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улы — хорунжий Мөхәмәткирәй, 1827—1830 йылдарҙа Ырымбур губернаторы П. К. Эссендең ординарсыһы булып хеҙмәт итә. 1837 йылда тәхет вариҫы царевич Александрҙы башҡорт полкы менән таныштырыу маҡсатында ойошторолған башҡорт полкын формалашыу өсөн баш түрәләрҙән хуплау ала[1].

Ейәне — Йыһангир Мөхәмәткирәй Ишемғолов 1845 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]