Ҡотош (Мәсетле районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡотош | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ләмәҙтамаҡ ауыл советы |
Халыҡ һаны |
90 кеше (1816)[1], 111 кеше (1834)[1], 131 кеше (1850)[1], 143 кеше (1859)[1], 164 кеше (1865)[1], 225 кеше (1897)[1], 275 кеше (1920)[1], 302 кеше (1939)[1], 363 кеше (1959)[1], 359 кеше (1970)[1], 338 кеше (1979)[1], 363 кеше (1989)[1], 360 кеше (2002)[2], 389 кеше (2009)[2], 361 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452564 |
Ҡотош (рус. Кутушево; боронғо исеме Мәрйенғол) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 361 кеше[4]. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825002.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм халыҡ һаны [5],[4] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 363 | 360 | 361 | +1 | +0.27 | ||
Ир-егеттәр | 167 | 162 | 177 | +15 | +9.25 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 196 | 198 | 184 | -14 | -7.07 |
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 16 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ләмәҙтамаҡ): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 110 км
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдарҙың рәсми исеме [6]:
- башҡ. Киров (урамы) — рус. Кирова ( улица )
- башҡ. Яр буйы (урамы) — рус. Набережная ( улица )
- башҡ. Беренсе Май (урамы)— рус. Первомайская ( улица )
Рәсми булмаған исемдәр
- Киров урамының бер өлөшө — ауылдың оло юлдан килеп кергән яғы, йырмаҡҡа тиклем, Шанхай тип атала.
- Беренсе май урамы — Мәктәп урамы, шулай уҡ Кислота урамы — мәктәптән алып йырмаҡҡа тиклем. Йырмаҡтың арғы яғы Махауҙар (Прокаженныйҙар) урамы.
- Яр буйы урамы — Мусоргский урамы. Атаманың килеп сығыуы Сүплек → Мусор → Мусоргский.
Иғтибарға лайыҡ урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киров урамының урта өлөшөндә Аҡ йорт (Белый дом) — ауыл мәсете урынлашҡан. Мәсет йорто бик боронғо, XIX быуатта һалынған булырға тейеш. Совет осоронда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе ҡарамағында булды. Төрлө йылдарҙа интернат, башланғыс класстар бүлеге итеп ҡуллланылды. XX быуаттың 60-сы йылдарында йортто һүтеп, серегән өлөшөн яңыртып, яңынан йыйғандар. Шул ваҡытта йортты урамға ҡарата турылап ултыртырға тигән тәҡдимгә ауыл ҡарртары ҡаршы сыҡҡан һәм уның Ҡиблаға — Мәккә ҡалаһына ҡарата юнәлешен үҙгәрттермәгәндәр. Аҡ йорт Мәсетле районында боронғо нигеҙе ҡуҙғалмаған мәсет йорттарының береһе.
Тирә яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- * Әй — йылға, Ҡариҙел ҡушылдығы
- * Йүкәлтау
- * Маяҡтау
- * Шишмә — Элек ауылдың эсәр һыу сығанағы.
- * Сикән тал — Һөләймәнгә Әй буйлап барған юлдағы таллыҡ.
- * Урыҫ ҡош
- * Ҡараҡаштаҡ
- * Ҡашҡабейәтау
- * Өй арты ҡул
- * Ҡусҡул (Ҡушҡул)
- * Сикҡул — Ләмәҙтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауыл Советтары сигендә үткән ҡул буйы. Элекке заманда Оло Ҡошсо һәм Дыуан улустары сиге. Ҡошсо ырыуы һәм Дыуан ырыуы башҡорттары биләмәлере сиге. Атама шул сикте билдәләй.
- * Оло һаҙтүбә —
- * Кесе Һаҙтүбә —
- * Йыланыш —Ҡотош ауылы биләмәһенә ҡараған Йыланыш йылғаһы үҙәне, төбәге
- * Йырмаҡ — ауыл аша үткән ҙур йырын.
- * Таштыҡул-Ҡарағайтау һәм Маңғаштаҡ тауҙары араһындағы ҡул.
- * Остотау
- * Бәләкәй ҡапҡа — Ҡарағайтау артының, көньяҡ текә битләүенең итәгенең кәсмән тауға тиклем урыны
- * Умарта ҡул —
- * Маңғаштаҡ —Ҡаршытауҙың көньяҡ текә битләүе.
- *Сусаҡай аҫты-Ослотауҙың төньяҡ-көнсығыш битләүе
- *Йыланды ҡул
- *Кәсмән
- *Ташаҫты-Юкәлтауҙың көнсығыш ташлы итәге
- * Етемәк-50-80-се йылдарҙа мәктәптән 100-200 м тауҙа 10×10 м самаһы тигеҙ майҙанда йәштәр бейеп уйындар үткәргән урын.
- *Ҡарағайтау-элек унда ҡарағай үҫкән тиҙәр яҡынса 20-се быуат башында ул янған һәм хәҙерге урман барлыҡҡа килгән
- *Олоғул
- *Ҡойоғул
- *Сушилка ҡулы
- *Сикәш кәртә
- *Еләктау-ҡаршытауҙан артабан унда ҡайын еләге электән күп була
- *Төлкөтау-Кәсмәнтауҙың көньяҡ бите.
Ҡотоштар ҡушаматы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |
Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — «кәзә». Шуға күрә ҡотоштарҙы «кәзәләр» тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (15.11.1931—30.10.2020), — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
- Нуретдинов Ваһап Нуретдин улы (1906—1943) — сержант, орудие тоҫҡаусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№ 127077) менән бүләкләнгән.
- Фатихов Салих Заһир улы, 14 февраль 1986 йылда тыуған — физик, физика-математика фәндәре кандидаты (2007)
- Фатихов Мөхәмәтнур Ғариф улы — хеҙмәт ветераны. «Знак Почёта» ордины, Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы Ордены (1985) менән бүләкләнгән.
- Камалова Ғәлимә Ямал ҡыҙы — хеҙмәт ветераны. «Почёт билдәһе» ордены, «Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы» («Ударник коммунистического труда») һәм шулай уҡ бик күп Почёт грамоталары менөн бүләкләнгән.
- Камалов Әҡсән Әхтәр улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.
- Камалов Әхәт Камалетдин улы (1904—1995) — Ауыл муллаһы, уҡымышлы, абруйлы шәхес. Мәрйәмғул (Арый) мәҙрәсәһендә уҡыған.
- Ғафарова Тәғзимә Әмирғәзи ҡыҙы (1924—199?) — Һауынсы. Ленин Ордены менән бүләкләнгән (1966).
- Нафиҡов Ғайфулла Нафиҡ улы (1925—1997) — подполковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), Икенсе дәрәжә, Өсөнсө дәрәжә Дан Ордены (икеһе лә 1945 йылда), Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы Ордены (1985) менән бүләкләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Мәсетле районы яугирҙәре, беренсе бит 2016 йыл 4 март архивланған., һуңғы бит 2016 йыл 4 март архивланған..
- Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге, 1947 йылда Мәсетле районы буйынса төҙөлгән, беренсе бит 2020 йыл 30 октябрь архивланған..
- Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе сайтындағы исемлек, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары яугирҙәре, Һуғыштан ҡайтмағандар исемлеге.
- Шулай уҡ, яу яланында, хәрби госпиталдәрҙә төҙөлгән исемлектәрҙәге мәғлүмәткә һылтанма һәләк булған яугир исеме янына ҡуйыла.
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдуллин Ғалим Абдулла улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Вәлеев Мәғәмүр Вәли улы | __.__.1904 | 22.05.1944 | туберкулез перитонитынан ауырып үлгән, ябай уҡсы, ВКП(б) ағзаһы, 7-се зенит-артилерия полкы, Тула өлкәһе Калуга ҡалаһы ҡәберлегендә ерләнгән, 250-се айырым ҡәбер. ОБД Мемориал сайтында: [1] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [2] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. |
Ғәлләмов Әкрәм Фәхертдин улы | 1924 | __.07.1943 | яу яланында үлгән, сержант, 9-сы гвардия һауа десант дивизияһы, 23 гвардия һауа десант уҡсылары полкы, Мәсәтле РВК-нан 1942 йылда һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында: [3] 2016 йыл 5 март архивланған. (алты битлек документ, яу яланынан яҙылған хат бар). Хәтер китабында [4] 2016 йыл 4 март архивланған. тыуған ауылы Тәкә тип хаталы индерелгән, йәки индерелмәгән. |
Ғәйнетдинов Ғибаҙулла Ғәйнетдин улы | __.__.1914 | 12.07.1943 | яу яланында үлгән, ҡыҙылармеец, 32 мотоуҡсылар бригадаһы, Курск өлкәһе, Прохоров районы, Васильевка ауылы янында ерләнгән, ОБД Мемориал сайтында: [5] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [6]. |
Ғәлимов Мәүлитбай Ғәлим улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Ғафаров Мөхәмәтйән Билал улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Закиров Байтулла З??? улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Камалов Ғәфүр Камалетдин улы | 1911 | 12.03.1944 | яраларҙан үлгән, 67 армия, 239 уҡсылар дивизияһы, 511 уҡсылар полкы, сержант, автоматсы, Ленинград өлкәһе, Кириш районы, Шодино ауылында ерләнгән (Шелогино булыуы ихтимал), 1942 йылда Ҡариҙел РВК-нан һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында: [7] 2016 йыл 4 март архивланған., [8] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [9] 2016 йыл 4 март архивланған.. |
Кәлимуллин Барый Хаҙыйулла улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Кәлимуллин Хаҙыйулла Кәлимулла улы | __.__.1898 | 11.04.1944 | яу яланында үлгән, ябай уҡсы, 77 гвардия уҡсылар дивизияһы, 218 гвардия уҡсылар полкы, Житомир өлкәһе, Чудновский районы, Игнатполь ауылы янында ерләнгән. ОБД Мемориал сайтында: [10] 2016 йыл 5 март архивланған., Хәтер китабында [11] 2016 йыл 4 март архивланған. |
Кәримов Камил ??? улы | __.__.1906 | 13.01.1942 | яу яланында үлгән, ябай уҡсы, 182 уҡсылар дивизияһы, 140 уҡсылар полкы, Ленинград өлкәһенең Старорусский районында ерләнгән, Хәтер китабында [12] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. |
Мандыев Барый Мандый улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Миндеәхмәтов Әхмәтйән Миндеәхмәт улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Нуретдинов Сабир Нуретдин улы | __.__.1908 | 18.12.1941 | яраларҙан үлгән, сержант, отделение командиры, Хәтер китабында [13] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. |
Нуретдинов Ваһап Нуретдин улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Өмөтбаев Дәүләбай Өмәтбай улы | __.__.1911 | 29.03.1943 | яу яланында үлгән, ҡыҙылармеец, 13 уҡсылар дивизияһы, 172 уҡсылар полкы. Красный Борҙа ерләнгән. ОБД Мемориал сайтында: [14] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.. Хәтер китабында [15] 2016 йыл 5 март архивланған. 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған тип яҙылған. |
Хафизов Кәрим Нурмөхәмәт улы | __.__.1924 | 18.12.1943 | яраларҙан үлгән, сержант, 273 уҡсылар дивизияһы 967 уҡсылар полкы, Белорусияның Гомель өлкәһе, Стрешинский район (хәҙерге Жлобин районы), Старая Каменка ауылында ерләнгән. ОБД Мемориал сайтында: [16] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.. Хәтер китабында [17] 2016 йыл 5 март архивланған.. |
Фәтихов Ғайнулла Фәтих улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ, Хәтер китабына индерелмәгән. |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Камалов Абдулхаҡ Камалетдин улы | __.__.1903 | __.08.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, 343 уҡсылар полкы, Мәсәтле РВК-нан 07.04.1942 Һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында: [18] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [19] 2016 йыл 4 март архивланған. |
Нафиҡов Әхмәт Нафиҡ улы | __.__.1923 | __.02.1943 | хәбәрһеҙ юғалған, һуңғы хаты 1942 йылдың ноябрь айында килгән, 1943 йылдың февралендә юғалған тип иҫәпкә индерелгән, Мәсәтле РВК-нан .02.1942 Һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында: [20] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабына индерелмәгән. |
Низамутдинов Фәрүәз Ғималетдин улы | 1916 | _.05.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, ҡыҙылармеец, Мәсәтле РВК-нан 08.09.1938 хәрби хеҙмәткә алынған. ОБД Мемориал сайтында: [21] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [22] 2016 йыл 4 март архивланған. тыуған урыны Ҡаранай ауылы тип хаталы яҙылған. |
Саҙрыев Миндеғәли Саҙрый улы | __.__.1915 | __.11.1943 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсәтле РВК-нан 02.01.1943 һуғышҡа киткән. ОБД Мемориал сайтында: [23] 2016 йыл 4 март архивланған. Хәтер китабында [24] 2016 йыл 4 март архивланған.. |
Хафизов Яныбай Хафиз улы | __.__.1908 | __.11.1941 | хәбәрһеҙ юғалған, ҡыҙылармеец, Ленинград өлкәһе Пушкин ҡалаһы янында. ОБД Мемориал сайтында: [25] 2016 йыл 5 март архивланған.. Хәтер китабында [26] 2016 йыл 4 март архивланған.. |
Хафизов Мөхәмәтйәр Хафиз улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Шафиҡов Әхмәҙулла Шафиҡ улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Шафиҡов Мөхәмәтулла Шафиҡ улы | хххх йыл | хххх йыл | мәғлүмәт юҡ |
Фазлыев Шакирйән Фазлый улы | __.__.1910 | __.12.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсәтле РВК-нан 27.10.1942 һуғышҡа киткән. ОБД Мемориал сайтында: [27] 2016 йыл 5 март архивланған., Хәтер китабына индерелмәгән. |
Яҡупов Заһир Яҡуп улы | 1902 | _.11.1943 | хәбәрһеҙ юғалған, ҡыҙылармеец, 783 полк, Мәсәтле РВК-нан 03.02.1943 һуғышҡа киткән. ОБД Мемориал сайтында: [28] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [29] 2016 йыл 5 март архивланған. Таһир исемендә индерелгән. |
Үлгәндәр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Хаталы иҫәп йылы | Хаталы иҫәпкә ҡыҫҡаса мәғлүмәт | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Оморҙаҡов Хилажетдин Оморҙаҡ улы | __.__.1907 | 15.01.1943 | яу яланында үлгән, ҡыҙылармеец, 257 уҡсылар дивизияһы, Калинин өлкәһе Великие Луки тимер юл станцияһы янында ерләнгән, ОБД Мемориал сайтында: [30] 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында [31] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. | ||
Хафизов Муллабай Жыянбай улы | 1925 | 03.03.1945 | хәбәрһеҙ юғалған (Германия, Селезия, Грос Шимендорф ауылы), ҡыҙылармеец, телефонист-элемтәсе, Мәсәтле РВК-нан 15.01.1943 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында: [32] 2016 йыл 5 март архивланған., Хәтер китабында [33] 2016 йыл 4 март архивланған. |
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында тағы Ҡотош исемле ауыл бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. (Сборник сведений из различных источников). — Уфа, 2007. — 132 с.
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡотош ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |