Һарыйылға (Һаҡмар ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарыйылға
Ҡайҙа ҡоя Кесе Көйөргәҙе
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 19 km
Карта

Һарыйылға (рус. Салыръелга) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостандың Көйөргәҙе һәм Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ райондары биләмәләрендә аға[2]. Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы. Кесе Көйөргәҙе йылғаһына уң яғынан (тамағынан 18 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км тәшкил итә.

Көйөргәҙе районында Төкән ауылы тирәһендә аға (һылт.)

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарыйылға атамаһы һары һәм йылға һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. 1798—1800 йылдарҙағы Ырымбур губернаһы карталарында Кесе Көйөргәҙе йылғаһының ике ҡушылдығы күрһәтелгән, икеһе лә Һарыйылға атамаһы менән. Уларҙың береһендә йылғаның боронғо яҙылышы теркәлгән — Сарык-елга. Ошонда уҡ Старая Сары-елга йылғаһы күрһәтелгән[2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы тамағынан Оло Эйек йылғаһына ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса[3]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006978

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200697

— Бассейн коды — 12.01.00.007

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 212-се бит
  3. 3,0 3,1 «Сарыелга» — информация об объекте в Государственном водном реестре