Әлибаева Ләлә Әмирйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлибаева Ләлә Әмирйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Бүздәк районы

Әлибаева Ләлә Әмирйән ҡыҙы (4 март 1949 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм профсоюз эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998) һәм почётлы доноры.

Биографияһынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләлә Әмирйән ҡыҙы Әлибаева Бүздәк районы Уран ауылында фельдшер ғаиләһендә тыуған.

1964 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Туймазы медицина училищеһына уҡырға ингән.Уны 1968 йылда отличие менән тамамлаған.

Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, студент йылдарында республика клиник бальницаһының кардиология бүлегендә лә эшләп йөрөй. Институтты тамамлағас, 1974 йылда Белорет ҡалаһы медсанчасында интернатура үтә.

Белорет районының Асы ауылына эшкә килә. 1975 йылдан 1980 йылға тиклем ундағы больницала баш врач булып эшләй. Тормошҡа сыға.

1980 йылдан 1984 йылға тиклем Йәрмәкәй районының үҙәк больницаһында врач-терапевт булып эшләй.

Унда бер нисә йыл эшләгәс, тормош иптәше Әлибаев Насир Арыҫлан улына Белорет районы Инйәр ҡасабаһында мәктәптә эш тәҡдим итәләр.

Ләлә Әмирйән ҡыҙы Инйәр участка хәстәханаһында эш башлай.

1998 йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә [1]

2002 йылда хәстәханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр.

«Рәсәйҙең почетлы доноры» тигән миҙал менән, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күп һанлы грамоталары менән бүләкләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ире — Әлибаев Насир Арыҫлан улы, педагог. Улдары Азамат һәм Айҙар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президента РБ от 17.06.1998 N УП-378 «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения республики»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]