Әре ҡорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әре ҡорт

Әре ҡорт — күмәкләп тереклек итеүсе бал ҡорттары Apis mellifica ғаиләһендәге ата ҡорт (Apidae sociales).

Әре ҡорттар аталанмаған йомортҡаларҙан үрсей. Был факт әүәлдән үк билдәле, Аристотель ваҡытында уҡ был турала билдәләмә бар. Әре ҡорт йомортҡалары ҡорт инәһе күҙәнәктәргә йомортҡа һалғанда уҡ аталанмай төшә. Сөнки әре ҡорт күҙәнәктәре эшсе ҡорттарҙыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ эшләнелә. Инә ҡорт ошо киң күҙәнәктәргә ҡорһағын төшөргән саҡта орлоҡлоҡтан сперматозоид бүленеп сыҡмай, һәм аналыҡ аша үтмәй, һөҙөмтөлө аталаныу булмай. Инә ҡорт ҡорһағында үтә һиҙеүсән нәҙек кенә ҡылдар була, улар инә ҡорт эшсе ҡорттар күҙәнәктәренә ҡорһағын төшөргән саҡта импулс барлыҡҡа килтерә. Әре ҡорттар күҙәнәктәренә һалған саҡта инә ҡорт импулс кисермәй. Шулай уҡ инә ҡорт булмаған осраҡта эшсе ҡорттар үҙҙәре йомортҡа һала башлай. Һөҙөмтәлә әре ҡорттар үрсетелә. Эшсе ҡорттарҙа, аталанмағас, сперматозоидтар булмай. Был ҡорт күсе ғаиләһендә бик күпләп әре ҡорттар сыға башлай һәм ғаилә юҡҡа сыға.

Тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әре ҡорт эрерәк булыуы һәм һиҙеү ағзаларының булмауы менән эшсе ҡорттарҙан айырылып тора. Уларҙың күҙҙәре ҙур, үҙ-ара тоташып тора. Мыйыҡсалары өҙөн, мороно ҡыҫҡа. Күкрәге киң һәм ҡанаттары ла оҙон. Сәскә һеркәһен йыйыу апараты юҡ, шулай уҡ ҡаяуы ла юҡ, уның урынында үҙенсәлекле апарат урынлашҡан. Ҡорһағы түңәрәк оҙонса, арт яҡтағы өлөшө түңәрәкләнеп бөтә.

Үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күҙәнәктән йәш әре ҡорт сыға. Күҙәнәктәрҙең ҡабарынҡы ҡапҡассыҡтары менән әре ҡорт үрсеме лә күренә

.

Инә ҡорт әре ҡорт өсөн йомортҡаларҙы, күпләп эшсе ҡорттар үрсеме сыға башлағас һала башлай. Ул Рәсәй Федерацияһының урта һыҙатында майҙың тәүге яртыһына тура килә. Был йомортҡалар махсус эрем күҙәнәктәргә һалына(8 мм диаметрға). Был әре ҡорт һҙыҙаты тип атала. Өс көндән әре ҡорт ҡарышлауыҡтары барлыҡҡа килә. Уларҙы эшсе ҡорттар инә ҡорт һөтө, бал һәм сәскә һеркәһе менән туҡландыра башлай. Ҡарышлауыҡтар 6 көндә үҫеп етә,ҡаҡурсаҡҡа әүерелә, эшсе ҡорттар уларҙы ҡабартыңҡырап көпләп ҡуя. 15 көндән һуң әре ҡорттар моронлай. Үрсемдең үҫеш ваҡыты 24 көн.

Шулай уҡ әре ҡорттар ҡарт инәле ғаиләлә үрсей. Йәш инәле ғаиләләрҙә әре ҡорт үрсеме үрсетелмәй. Ҡайһы бер осраҡта, хаталыҡ менән тарайған эшсе ҡорттары күҙәнәктәренә лә йомортҡалар һалына. Бындай осраҡта ул үрсемде лә ҡабартып көпләйҙәр. Халыҡта уны көмөрө үрсем тип йөрөтәләр. Бындай күҙәнәктәрһән сыҡҡан әре ҡорттар ҙа, эшсе ҡорттар ҙа ваҡ була.

Бал ҡорто ғаиләһе өсөн уның кәрәклеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әре ҡорттарҙы умартанан ҡыуыу ваҡыты

Әре ҡорттарҙың тәғәйенләнеше - инә ҡорттарҙы аталандырыу. Аталанған осорҙа әре ҡорт инә ҡорттар менән бергә һауала бик юғарыға күтәреләләр, умартанан алыҫлашалар; шуларҙың 5-8 ҡорт инә ҡортто ҡаплай; аталандырғандан һуң әре ҡорттоң аталандырыу ағзаһы өҙөлөп сыға һәм әре ҡорт шунда уҡ үлә, инә ҡорт менән бергә ергә ҡолай. Инә ҡорт бынан һуң умартаға аҡ төҫтөге «шлейф» менән ҡайтырға мөмкин. Шуғ ҡарап умартасы инә ҡорттоң аталанғанын белдә ала. Йәш инә ҡорт уңышлы аталанһын өсөн умарталыҡ янындағы һауала етерлек кимәлдә ата ҡорттар булырға тейеш.

Оянан осоп сыҡҡан ваҡытта инә ҡортто бер өйөр әре ҡорттар уратып алған була. Шуға күрә лә ҡош ашаусы ҡоштар (мәҫәлән, йәшелғош), инә ҡорт осҡан ваҡытта әре ҡорттарҙы ғына тоторға тырышалар, сөнки әре ҡорттар өйөрө аша инә ҡортҡа барып етә алмайҙар. Әммә ҡайһы саҡта (әгәр эргә-тирәлә башҡа умарталар торһа) инә ҡорттарҙы ла эләктерәләр. Инә ҡорт тыуған умартаһынан алыҫҡа оса.Оҙатып барыусы әре ҡорттар юлда тороп ҡалып бөтәләр. Инә ҡорт башҡа умарталарҙан сыҡҡан әре ҡорттар менән уҙаҡлаша. Умартана алыҫ китһә лә, ҡорт ашаусы ҡоштар ҡурҡыныс тыуҙырмай. Йәшелғош умарта эргәһендә генә аулай, сөнки бында уға аҙыҡ мул. Унан тыш инә ҡортто башҡа умарталыҡтарҙан осраған әре ҡорттар уратып ала. Әгәр ҙә яҡын тирәлә умарталыҡтар булмаһа, инә ҡорт биик алыҫҡа оса. Әгәр ҙә башҡа умарталыҡтарҙағы әре ҡорттарҙы осратмаһа, ҡайтҡанда «свита»һыҙ ҡайта, ошо ваҡытта 60 % инә ҡорт, ояларында баҫып ултырыусы, ҡоштар тарафынан тотола.

Ҡорттар әре ҡорттарҙы уларҙың хәжәте бөтөү менән юҡҡа сығаралар. Әре ҡорт ҡурсаҡтары, ҡарышлауыҡтарын ҡорттар тишеп һуралар, ә август уларҙы умартанан ҡыуалар һәм үлтерәләр. ТИк көсһөҙ умарталарҙа ғына ҡышлауға ҡалалар. Әре ҡорттар үҙ аллы йәшәй алмайҙар. Әре ҡорттарҙың күп булыуы умарта өсөн хәүефле, сөнки улар ҡорттарға ҡарағанда балды өс тапҡырға күберәк ашайҙар. Шулай уҡ әре ҡорт үрсемен ашатҡанда эшсе ҡорттар бик күп ваҡыттарын сарыф итәләр. Шуға күрә күп умартасылар уларҙың үрсемен үҙе юҡ итә. Әре ҡорт үрсеме күп булған рамдарҙы, шулай уҡ әре ҡорт күҙәнәкле рамдарҙы буш, матур кәрәҙле рамдар менән адмаштыралар. Шуға күрә инә ҡорт тик аталанған йомортҡалар ғына һала. Инә ҡортто ике йылда бер алмаштырыу ҙа бик файҙалы.

Әре ҡорттоң осҡан ваҡыты

Әре ҡорттар һәм Varroa талпаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

варроа талпаны әре ҡорт ҡарышлауыҡтарында

Варроа талпаны, паразит талпан, умарталарҙағы ҡорт үрсемендә үрсей. Варроа талпаны әре ҡорт үрсемен өҫтөлөк итә. Сөнки уның үҫеше күстәге башҡа ҡорттарҙың үҫешенә ҡарағанда оҙағыраҡ. Умартасылар варроа талпаны менән бергә үрсегән әре ҡорт үрсемен алып варроатоз ауырыуын еңеләйтә ала. Уны умартанан алып йә һыуыҡ ергә ҡуйырға,йә киреһенсә иретергә кәңәш ителә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]