Эстәлеккә күсергә

Өфө дәүләт нефть техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өфө дәүләт нефть техник университеты (1990)
(УГНТУ)
Өфө дәүләт нефть техник университеты (төп корпусы)
Исеме

Өфө дәүләт нефть техник университеты

Халыҡ-ара исеме

Ufa State Petroleum Technological University (USPTU)

Элекке исеме

Өфө нефть институты (1948—1990)

Асылған йылы

1948

Ректор

Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы

Студенттар

17 000

Сит ил студенттары

500

Докторҙар

129

Уҡытыусылар

1000-дән артыҡ

Урынлашыуы

Өфө

Юридик адресы

Өфө, Космонавтар урамы, 1

Сайт

http://www.rusoil.net

Өфө дәүләт нефть техник университеты — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан юғары техник уҡыу йорто.

  • 2018 йылдың ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Өфө дәүләт нефть техник университетына Рәхмәт белдерҙе[1].
  • Университет ғалимдарының тикшеренеүҙәре 2017 йылдың 22-24 мартында Өфөлә уҙғарылған Рәсәй сәнәғәт форумының күргәҙмәһендә ҡуйылды[2].
  • 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Өфө дәүләт нефть техник университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[3].
  • Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Вуз «In situ гетероген катализаторының регенерациялау мөмкинлеге булған ациклик углеводородтарҙың сикһеҙ берләшмәләр менән өҙлөкһөҙ реакцияға инеү технологияһын булдырыу» проекты менән еңеү яуланы. 2017 йылда уны ғәмәлгә ашырыу өсөн университет ярҙам аласаҡ[4].

1941 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Черниковск ҡалаһына (хәҙерге Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы) эвакуациялана.

1943 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Мәскәүгә ҡайтарыла. Өфөлә филиалы асыла.

1948 — Өфө нефть институты.

1990 — институт «Өфө дәүләт нефть техник университеты» исемен ала.

2010 йылда вуз «Рәсәйҙең милли тикшеренеү университеты» статусын алыу өсөн конкурста ҡатнаша, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай.

2016 йылда уҡыу йортона Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ҡушылғандан һуң, Өфө дәүләт нефть техник университеты илдең терәк вуздары исемлегенә инә[5].

  1. Архитектура-төҙөлөш факультеты
  2. Тау-нефть факультеты
  3. Иҡтисад институты
  4. Торба үткәргес транспорты факультеты
  5. Технология факультеты
  6. Сәнәғәт процесстарын автоматлаштырыу факультеты
  7. Механика факультеты
  8. Ситтән тороп уҡыу факультеты
  9. Гуманитар факультет

Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар категорияһын ҡарағыҙ.
Унда инмәгәндәр түбәндә яҙылған.