Эстәлеккә күсергә

Сауҙагәр көнө: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"День купца" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:52, 29 март 2017 өлгөһө

День купца
Арналған купеческими традициями в городе Таганроге

Сауҙагәрҙәр көнө — туристик йүнәлешле фольклор байрамы  Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында беренсе тапҡыр 2016 йылдың май аҙағында үткәрелгән.

Тарих

Таганрог ҡалаһы үҙенең сауҙа һәм сауҙагәрҙәр менән бәйле бик күп тарихи традициялары менән билдәле. XIХ быуат башынан алып уның территорияһында сауҙагәрҙәр биржаһы  булған, унда сит ил  һәм урындағы сауҙагәрҙәр һатыу эше менән шөғөлләнгән[1].Йыл һайын яҙ Никольская йәрминкәһе  үткәрелгән, был сара  ҡала тормошонда иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләнгән[2]. XIХ быуаттың беренсе яртыһында Таганрог территорияһында  "Ярмарочный двор" ойошторолған[3].

2016 йылда ошо фактты иҫтә тотоп Таганрог ҡалаһында — "Сауҙагәрҙәр көнө"тигән  фольклор характерлы байрам ойошторола. Сараны үткәреү урыны итеп  Приморье паркы һайланған, уның адресы :Инструментальная урамы, 25-2-се һанлы йорто булған. 2016 йылда байрам 28 майкөнө  билдәләнгән. Ҡала хакимиәте һәм эшҡыуарҙар был сараны хуплап сыҡҡан,ярҙам саралар үткәрешкән. Уларҙың төп маҡсаты — элекке быуаттарҙа Таганрогта йәшәгән  сауҙагәрҙәр һәм меценаттар тураһында һөйләү.  Иң яҡшы сауҙагәр костюмында байрамға килеүсе кешегә 3000 һум күләмендә бүләк ҡаралған[4]. Дондағы Ростов һәм Таганрог ҡалаһынан 10 кеше үҙ костюмдарын күрһәткән[5].

Байрам ваҡытында уҙғарылған йәрминкә сауҙаһына урындағы  етештереүселәр үҙ  продукцияһын: сувенирҙар, биҙәүестәр, аҙыҡ-түлек продукттары - сығарған[6].

Иҫкәрмә