Сауҙагәр көнө
Сауҙагәрҙәр көнө | |
---|---|
Арналған | Таганрогта сауҙагәрҙәр традициялары менән бәйле |
Сауҙагәрҙәр көнө — туристик йүнәлешле фольклор байрамы Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында беренсе тапҡыр 2016 йылдың май аҙағында үткәрелгән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог ҡалаһы үҙенең сауҙа һәм сауҙагәрҙәр менән бәйле бик күп тарихи традициялары менән билдәле. XIХ быуат башынан алып уның территорияһында сауҙагәрҙәр биржаһы булған, унда сит ил һәм урындағы сауҙагәрҙәр һатыу эше менән шөғөлләнгән[1].Йыл һайын яҙ Никольская йәрминкәһе үткәрелгән, был сара ҡала тормошонда иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләнгән[2]. XIХ быуаттың беренсе яртыһында Таганрог территорияһында «Ярмарочный двор» ойошторолған[3].
2016 йылда, ошо фактты иҫтә тотоп, Таганрог ҡалаһында — "Сауҙагәрҙәр көнө"тигән фольклор характерлы байрам ойошторола. Сараны үткәреү урыны итеп Приморье паркы һайланған, уның адресы-Инструментальная урамы, 25-2-се һанлы йорт. 2016 йылда байрам 28 май көнө үткәрелгән. Ҡала хакимиәте һәм эшҡыуарҙар был сараны хуплап сыҡҡан, ярҙам саралар үткәрешкән. Уларҙың төп маҡсаты — элекке быуаттарҙа Таганрогта йәшәгән сауҙагәрҙәр һәм меценаттар тураһында һөйләү. Иң яҡшы сауҙагәр костюмында байрамға килеүсе кешегә 3000 һум күләмендә бүләк ҡаралған[4]. Дондағы Ростов һәм Таганрог ҡалаһынан 10 кеше үҙҙәренең сауҙагәр костюмдарын күрһәткән[5].
Байрам ваҡытында уҙғарылған йәрминкә сауҙаһына урындағы етештереүселәр үҙ продукцияһын: сувенирҙар, биҙәүестәр, аҙыҡ-түлек продукттары — сығарған[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Биржа купеческая/Энциклопедия Таганрога, Ростов-на-Дону, Росиздат, 2003
- ↑ Таганрог: историко-краеведческий очерк, Александр Павлович Пронштейн. Ростовское книжное изд-во, 1977 — Всего страниц: 204, С. 27-42
- ↑ Ярмарочная площадь, Гоголевский переулок 2017 йыл 28 март архивланған.
- ↑ В Таганроге пройдет фольклорно-туристский праздник «День купца»//Администрация города Таганрога
- ↑ В Таганроге отметили День купца: фото
- ↑ В Таганроге пройдет День купца 2017 йыл 29 март архивланған.