Эстәлеккә күсергә

Шота Руставели исемендәге Батуми дәүләт университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Shota Rustaveli State University" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:43, 1 апрель 2018 өлгөһө

Шота Руставели исемендәге Батуми дәүләт университеты

Шота Руставели исемендәге Батуми дәүләт университеты (груз. ბათუმის შოთა რუსთაველის სახელობის სახელმწიფო უნივერსიტეტი) - университет,  юғары уҡыу йорто, Грузиялағы Аджар автономиялы республика башҡалаһы Батумила урынлашҡан. Урта быуаттағы грузин шағиры Шота Руставели хөрмәтенә аталған.[1][2]

Тарих

Аджарияла белем биреү усаҡтарын булдырыу һәм үҫтереү йүнәлешенә урындағы йәмғиәт борондан ҙур иғтибар бүлә. 1893 йылда ир балалар өсөн гимназия асыу мәсьәләһе күтәрелә һәм ҡаланың ерле үҙидаралығы 1893 йылдың 26-27 июнь ҡарары менән диңгеҙ яры буйында майҙаны 623 2, кв.м. булған ер бүленә.   95/спорт залы өсөн майҙан ғы ер участкалары м малай. Хәрби инженер Седельников проекты буйынса уҡыу йорто төҙөлә һәм 1897 йылдың июлендә ир балалар өсөн гимназия асыла. 1900 йылдың 26 сентябрендә ҡыҙ балалар өсөн гимназия эшләй башлай. 1923 йылда  элекке ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһында педагогия институты асыла, артабан ул педагогия колледжы итеп үҙгәртелә. Урта мәктәптәр өсөн беренсе баҫҡыс уҡытыусылар әҙерләй.

Ир балалар гимназияһы бинаһында 1935 йылда ике йыллыҡ уҡытыусылар институты асыла. Унда грузин теле һәм әҙәбиәте, математика һәм Физика, тарих, география һәм тәбиғәт фәндәр факультатарында уҡыутыусылар әҙерләйҙәр. 1936 йылда физик тәрбиә биреү,  1938 йыл рус теле һәм әҙәбиәте факультеттары өҫтәлә. 1938 йылда институтҡа Шота Руставели исеме бирелә. Хөсәйен Накаидзе уҡытыусылар институтының беренсе директоры була. Аджарияның уҡытыусылар институтын ғилми хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыуҙа Грузияның башҡа юғары уҡыу йорттары, беренсе сиратта Тбилиси дәүләт университеты ҙур ярҙам күрһәтә.  Батуми уҡытыусылар университетында күренекле ғалимдар Giorgi Akhvlediani, Giorgi Tsereteli, Iase Tsintsadze, Sargis Kakabadze, Simon Kaukhchishvili, Giorgi Tavzishvili, Razhden Khutsishvili, Dimitri Gedevanishvili, Giorgi Javakhishvili, Vukol Beridze, Shota Dzidziguri уңышлы эшләй. 1943 йылда институтта беренсе биш фән кандидатлығы яҡлана. 

1935 йылдың июлендә әҙерлек курсы ойошторола, был айырыуса Таулы Аджариянан балаларҙы йәлеп итә.  Беренсе йылда 600 сығарылыш уҡыусыһы институтҡа инергә ғариза бирә, 219 кеше уҡырға инә.

1945 йылдың июнендә Батуми уҡытыусылар институты нигеҙендә педагогия институты булдырыла. 1956 йылдан биналар реконструкциялана.  1977 йылда яңы биш ҡатлы бина төҙөлә башлай һәм 1982 йылда сафҡа инә. 

1990 йылда Грузия Министрҙар кабинеты ҡарары (№453, 3 сентябрь 1990 йыл) менән Батуми педагогия институты Батуми дәүләт университеты итеп үҙәртелә.

Иҫкәрмәләр

  1. HISTORY OF BATUMI SHOTA RUSTAVELI STATE UNIVERSITY. www.bsu.edu.ge. BATUMI SHOTA RUSTAVELI STATE UNIVERSITY. Дата обращения: 24 декабрь 2014.
  2. Batumi shota rustaveli state university. lifebeyondtourism.org. Life Beyond Tourism. Дата обращения: 24 декабрь 2014.

Һылтанмалар

  • bsu.edu.ge — Шота Руставели исемендәге Батуми дәүләт университеты рәсми сайты