"Замандаштар" операһы
"Замандаштар" операһы | |
Атамаһы | Замандаштар |
---|---|
Сәнғәт формаһы | Опера |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Композитор | Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы |
Либретто авторы | Бикбаев Баязит Ғаяз улы |
Беренсе тапҡыр башҡарыла | 11 декабрь 1970 |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 3 Акт |
Замандаштар — Б. Бикбай либреттоһына композитор Х. Ф. Әхмәтов тарафынан 1970 йылда яҙылған башҡорт операһы.
Тауирнамә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Композитор Х. Ф. Әхмәтовтың эпилог менән өс шаршауҙан торған «Замандаштар» («Современники») операһы 1970 йылда яҙыла. Премьераһы 1970 йылдың 11 декабрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында В. И. Лениндың 100 йыллығына тура килтереп ҡуйыла (Б. Бикбай либреттоһы).
- Дирижёр — Н. Г. Сабитов;
- Ҡуйыусы режиссёр — М. Х. Хисмәтуллин;
- Хормейстер — Л. Х. Исхаҡова;
- Сәхнә оҫтаһы — В. И. Плекунов.
Төп партияларҙы артистар Н. З. Әбдиеев (Илъяс), С. К. Ғәлимова (Гәлсөм), С. А. Асҡаров (Клёнов), Т. Ф. Сәғитов (Ҡурамша), З. А. Фәрхетдинова (Бибинур), Хисмәтуллин (Уралов) башҡара.
1986 йылдың 24 февралендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә операның 2-се редакцияһының премьераһы ҡуйыла (Б. Бикбай лиреттоһы).
- Дирижёр — Ғ. Х. Моталов;
- Ҡуйыусы режиссёр — Ф. А. Ярышев;
- Хормейстер — Э. Х. Ғайфуллина;
- Сәхнә оҫтаһы — Плекунов.
Төп партияларҙы Әбдиев (Илъяс), Ғәлимова (Гөлсөм), О. З. Килмөхәмәтов (Клёнов), Сәғитов (Ҡурамша), Фәрхетдинова (Бибинур), Р. Ф. Кучуков (Уралов) башҡара.
«Замандаштар» операһы — үҙ заманының сағыу документы..
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Операла ХХ быуаттың 30-70-сее йылдарында барған ваҡиғалар һүрәтләнә.
Операның сюжеты СССР-ҙа социализм төҙөүселәр менән уларҙың дошмандары араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡоролған. Нефть промыслаһы етәксеһе Таһир Уралов, уның ҡатыны Зөһрә һәм ҡыҙҙары Гөлсөм, йәш инженер Илъяс ыңғай геройҙар булһа, кулак улы Ҡурамша Баталов менән уның танышы Абдрахман уларға ҡаршы ҡуйылған персонаждар. Кулак улы нисек кенә булһа ла промысла эшселәренең эшенә аяҡ салырға тырыша, промысланы яндырып, бындағыларҙың тормоштарын ҡатмарлаштырырға ниәтләй.
Беренсе актта ваҡиғалар Ағиҙел йылғаһы ярында бара. Нефтселәр нефть сығара башлыуҙың биш йыллығын байрам итә. Коммунистар партияһы комитеты секретары үҙенең эшселәре менән әңгәмәләшә, хеҙмәттәге уңыштар тураһында һөйләй. Нефть промыслаһы етәксеһе Таһир Уралов, хеҙмәтте данлап, байрамда ҡатнашыусыларға йыр бүләк итә. Хор менән башҡарылған йырҙар был сәхнә әҫәренә үҙенсәлекле төҫ бирә.
Ләкин байрам ҡыҙған ғына мәлдә Ҡурамша Батталов Таһир Ураловты үлтерә. Хор башҡарыуында моңһоу йыр башҡарыла.
Операның икенсе актында ваҡиғалар 60-сы йылдарҙа шул уҡ нефть промыслаһында бара. Таһирҙы үлтергән Ҡурамша сит кеше паспорты менән ҡарауылсы Бүребай булып йәшәй. Батша заманында был ерҙәр тотошлайы менән уның Себергә һөрөлгән атаһыныҡы булғанға күрә, ул социализм төҙөүселәрҙе күрә алмай. Ҡурамша үҙ милкен кире ҡайтарыу тураһында хыяллана.
Яуыз Ҡурамша операла түбәнге регистрҙа йырлай. Аҙыҡ-түлек тәьминәте бүлеге начальнигы урынбаҫары Әптерәйҙе (Абдрахман Курсаев) йәнәһе инженер Илъяс Ҡурамшаның улы тигән имеш-мимеш таратырға өгөтләй. Был хәбәр менән ул Илъяс менән хеҙмәт алдынғыһы Гөлсөм (Таһир Ураловтың ҡыҙы) араһындағы йылы мөнәсәбәтте юҡҡа сығарырға теләй.
Шул мәл нефть промыслаһы операторы Бибинур килеп сыға, ә ул Әптерәйҙе ярата.
Бына сәхнәлә тантаналы йыйылыш күренеше, хеҙмәт алдынғыларына күсмә Ҡыҙыл байраҡ тапшырыла. Йыйылыш президиумында почетлы ҡунаҡтар ултыра. Залда Илъяс, Гөлсөм, Иван Кленов, Гөлсөмдөң әсәһе — Зөһрә. Зөһрә ирен үлтергән Ҡурамшаны таный. Бүребай исеме аҫтында йәшәгән Ҡурамша бөтәһен дә кире ҡаға һәм залдан сығып китә. Шул мәл Абдрахман Илъястың Ҡурамшаның улы булыуын әйтә. Йүгереп Бибинур килеп инә һәм Ҡурамшаның нефть промыслаһына ут төртөүе хаҡында ҡысҡыра.
Операның өсөнсө актында хәстәхана янындағы скверҙа хәстәханала дауаланып ятҡан Зөһрә янына ҡыҙы Гөлсөм килә. Зөһрә Гөлсөмөнөң кулак улы менән дуҫлашып йөрөүенә ҡырҡа ҡаршы. Ләкин промыслала эшләгән Иван яла яғыу арҡаһында 17 йыл каторгала булыуы, шунда баллалар йортонан ҡасҡан Илъясты уллыҡҡа алыуы тураһындағы хәбәрен еткерә.
Промыслаға ут төртөп өлгөрмәгән Ҡурамша, Гөлсөм менән Илъястың бәхетле йылмайып килеүҙәрен күреп, нәфрәтенән артҡа сигенә һәм текә ярлауҙан оса.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галина Г. С. Хусаин Ахметов. Жизнь, творчество, время. Уфа, 1994;
- Зиновьева Т. С. Опера Х. Ахметова «Современники». Уфа, 2002
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. С. Галина Ст. 2016 йыл 1 ноябрь архивланған. Опера Замандаштар 2016 йыл 1 ноябрь архивланған.. Башкирская энциклопедия.