"Төньяҡ амурҙары" һәйкәле (Нидерланд)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
"Төньяҡ амурҙары" һәйкәле
Дәүләт Flag of the Netherlands.svg Нидерландтар

Төньяҡ амурҙары һәйкәле (Нидерланд) - Нидерландының Вейсен ҡалаһында 1812 йылғы һуғышта ҡаланы француздарҙан азат иткән башҡорт һуғышсыларына бағышлап ҡуйылған һәйкәл. Авторы Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре скульптор Александр Таратынов.

Төнъяҡ амурҙары. 19-сы быуат башы. Билдәһеҙ рәссам

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт яугирҙары һәйкәле 2018 йылдың ғинуарында Нидерландтың Вейсен ҡалаһында Эйссель йылғаһы яр буйында урынлаштырылған. Автор әйтеүенсә, Һәйкәл «башҡорт яугирҙары ике быуат элек көслө ағымлы йылға аша кәмәләрҙән понтон күпер төҙөп, юлайҡан бер нисә ҡаланы илбаҫарҙарҙан таҙартып, Амстердамға барып еткән урында ҡуйылған» [1].

Михаил Кутузов Ырымбур губернаторы Волконскийға казактарҙың һәм башҡорт полктарының ҡаһармандарса алышыуын хәбәр иткән булған.

1813 йылда Рәсәй армияһы Европала Наполеон ғәскәрҙәрен еңеп сығып, уны тәхеттән бәреп төшөрә. Башҡорт атлылары көслө һөжүм яһап, ошо еңеүгә тос өлөш индерә, һәм был һынылыш тап ошо һәйкәл ҡуйылған урында башлана.

205 йыл үткәс, голланд яғы ҡасандыр үҙ илдәрен ҡоллоҡтан ҡотҡарған яугирҙарҙың тоҡомдарын рәхмәт йөҙөнән ҡунаҡҡа саҡырып, Нидерландыла Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үткәрә [2]

«Төньяҡ амурҙары» һәйкәле тирәләй туристик бизнес үҫешә башлаған. Килгән ҡунаҡтарға буклеттар тапшырыла, 1813 йылда легендар полководец Бенкендорф етәкселегендә башҡорт яугирҙары ҡатнашлығында Наполеон армияһы баҫҡынсыларынан азат ителеү тарихы тураһында һөйләйҙәр. Эйссель йылғаһы буйлап теплоходта йөрөтөп, иҫтәлекле урындарын күрһәтәләр. Бында башҡорттарҙы, әйткәндәй, казак тип атайҙар һәм һәйкәл урынлашҡан урынды "казак кисеүе" тип йөрөтәләр.

Башҡорттарҙың йылға аша үтеүе боронғо гравюрала һынландырылған. Уның күсермәһен Башҡортостандан килгән делегацияға 2018 йылдың ғинуарында «Төньяҡ амурҙары»" һәйкәле презентацияһында доктор Йорн Буйсман күрһәтә [3] .


Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Установка в Нидерландах 🇳🇱 памятника башкирскому воину
  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Специальный репортаж - Северные амуры на берегах Рейна

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]