Ҡыҙыл паша (пьеса)
«Ҡыҙыл паша» пьессаһы — Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы тураһында башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаев пьесаһы. Драматург бына нимәләр һөйләй:
Мәшһүр совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың исеме менән ныҡлап танышыу бына нисек башланды. Өфөлә Яҙыусылар союзында өҫтәл артында ҡағыҙҙарға күмелеп ултырғанда, берәү бүлмәмдең ишеген шаҡып инде. Күрәм – алдымда хәбәрсе Лотфый Ғәҙилев ҡулына ҙур сумка тотоп баҫып тора. Һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, бик изге эш менән йөрөй икән. Ул ҡасандыр ғәрәп илдәрендә республикабыҙҙан күренекле дипломаттың эшләүе хаҡында әйтте. Күңелемә ниндәй ҙә булһа әҫәрҙе һалып ҡуям икән, ул әҙме-күпме ваҡыт үтеүгә моронлай башлай. Шулай ҙа барыбер ҡәләмгә тотонорға нимәлер тотҡарлай, ҡамасау итә. Ә ниңә берәй ғәрәп иленә сәйәхәткә сыҡмаҫҡа? Көтмәгәндә ошо уй күңелемә тынғылыҡ бирмәй башланы. Быны тормошҡа ашырыуҙы үҙемә тәү бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙым. Кәрим Хәкимовтың яҡташы – КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов ярҙамында Йеменгә командировка хәстәрләнем. Ул ваҡытта сит илгә сығыуҙың шул тиклем мәшәҡәт эш икәнен күптәр белә. СССР-ҙың юғары инстанцияларына – КПСС Үҙәк Комитетына, унан СССР Яҙыусылар союзына мөрәжәғәт иттек, ҡыҫҡаһы, был йәһәттән эштәр көйләнде. Был хәл 1981 йылда булды. Бына, ниһайәт, мин ғәрәп илендә. Унда яҡташым йөрөгән юлдарҙан үттем, илсене күреп белеүсе өлкәндәр менән осрашыуҙар ойошторҙом. Һөйөклө ҡатыны һәм ҡыҙы ла тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты. Ғөмүмән, дипломаттарҙың эске донъяһына үтеп инергә, эш үҙенсәлектәрен һәм нескәлектәрен ныҡлап белергә тырыштым. Мин үҙемдең әрһеҙлегем менән сит илгә сығыуға өлгәшмәһәм, бәлки, халыҡ яратып ҡараған көслө пьеса килеп сыҡмаған да булыр ине. |
Был әҫәр Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйыла. Режиссеры Лек Вәлиев. Илсе Кәримде Әхтәм Абушахманов, король Йәғәфәрҙе Хөсәйен Ҡудашев, хәрби министр Әхмәтте Хәмит Шәмсетдинов башҡара.
Пьесаның премьераһы Мәскәүҙә ҙур уңыш менән үтә.
Һуңынан үҙәк телевидение, Өфөгә килеп, ошо пьесаға нигеҙләнеп, фильм-спектакль төшөрә, 22 ғәрәп иле уны һатып ала. Театр был пьесаны сит ил тамашасыларына ла күрһәтә. Йемен Республикаһының илсеһе Абдо Усман Мөхәммәттең Н.Асанбаевтың ҡулын ҡыҫып, спектакль халыҡтар дуҫлығына яҡты нур өҫтәй тип маҡтау һүҙҙәре әйтеүе оло баһа, ул һирәктәргә тәтей торған бәхеттер.
Башҡорт дәүләт академия драма театры 1985 йылда Дамаскта Бөтә ғәрәп илдәре театрҙарының фестивалендә ҡатнаша. Н. Асанбаев «Ҡыҙыл паша» сәхнәләштерелгәндән һуң төрлө тарафтан йөҙҙәрсә хат ала. «Хайран ҡалырлыҡ спектакль ҡуйҙығыҙ, шуны белдек: башҡорттар иҫ киткес күркәм халыҡ икән. Улай матур булыу шифалы ҡымыҙ эсеү һәм тәмле йүкә балын ашау менән бәйлелер», — тигән һүҙҙәрҙе яҙалар.
Был пьеса өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелә.
Был турала уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» гәзите.(недоступная ссылка)
- «Шоңҡар» журналы(недоступная ссылка)