«Дон элемтәселәренә» һәйкәле
Һәйкәл | |
«Дон элемтәселәренә» һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Островский паркына ингән урын |
Скульптор | Валентин Костев |
Бейеклеге | 6 метр |
Дон элемтәселәренә һәйкәл — Дондағы Ростовта 2016 йылдың 9 сентябрендә Островский паркына инеү урыныда тантаналы асылған монумент. Һәйкәлдең авторы — скульптор Валентин Костев[1]. Объект Ҡала көнөнә[2] һәм граждандар менән беренсе радиобәйләнеш сеансынына 115 йыл тулыуға бағышлана[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың апрелендә Дондағы Ростов ҡалаһында халыҡ тауыш биреү үткәрелә, уның барышында киләсәктә «Дон элемтәселәренә» һәйкәлен эшләү өсөн иң яҡшы макетты һайлап алырға кәрк була. Беренсе урынға, ҡатнашыусыларҙың 40 проценты самаһы тауыш йыйып, «Үҙәк федераль округтың радиойышлыҡ үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы коллективы эшләгән макет беренсе урын ала. Проект авторы скульптор Валентин Костев була. Һәйкәл төҙөлөшөнә финанстар ҡала халҡының ирекле иғәнәләренән һәм меценаттарҙан килгән хәйриә аҡсаһы иҫәбенән йыйыла[1]. Объектты урынлаштырыу өсөн Николай Отсровский исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы майҙан, 14-се һыҙат урамы һәм Шолохов проспекты киҫешкән урын һайлана[2]. 2016 йылдың 9 сентябрендә скульптура композицияһын асыу тантанаһына Ростов өлкәһе губернаторының урынбаҫары Василий Рудой, Дондағы Ростов хакимиәте башлығы Сергей Горбань, проектты тормошҡа ашырыуға өлөш инлереүселәр һәм элемтә бәйләнеше операторҙары вәкилдәре килә[1].
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура композицияһының үҙәгендә ер шарв урынлашҡан. Ул уҡ эшләнгән постаментта тора. Скульптура авторы тарафынан электр элемтәһе, почта һәм юлдаш бәйләнеше өсөн яуап биреүсе элементтар сағылыш тапҡан. Уҡтар электр элемтәһен символлаштырһа, суҡышына конверт ҡапҡан күгәрсен — почта бәйленешен аңлата, ә юлдаш бәйләнешен иһә Ер тирәләй төшөрөлгән орбита һынландыра[1]. Скульптураның бейеклеге яҡынса 6 метр самаһы[2]. Уның нигеҙендә проект меценаттарының исемдәре элемтә операторҙарының атамалары яҙылған таҡтаташ ҡуйылған. Скульптура эргәһендә Wi-Fi бар[2], камера ҡуйылған һәм «Хәүефһеҙ ҡала» системаһы менән бәйләнеш булдырылған[1].