Эстәлеккә күсергә

«Отрада» паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Отрада» паркы
Карта
 «Отрада» паркы Викимилектә

«Отрада» — Мәскәү ҡалаһы паркы. Мәскәүҙең Төньяҡ Көнсығыш администрати́в о́кругында Лихоборка йылғаһы үҙәне территорияһында Отрадное районында Алтуфьев шоссеһы эргәһендә урынлашҡан (тар һыҙат булып Владыкинский метро күперенә тиклем һуҙылған). Иң яҡын метро станциялары — «Отрадное», «Владыкино». Парктан төньяҡта торлаҡ йорттар урынлашҡан, көньяғында — «Владыкино» сәнәғәт зонаһы.

Майҙаны — яҡынса 1,2 га.

Парк урынлашҡан территорияһы районы исеме буйынса аталған.

2005—2006 йылдарҙа парк Лихоборка ярында ойошторола. Йылға үҙәненең ҙур булмаған участкаһы таҙартыла, таҡта һәм таштар-окатыштар түшәлгән юлдар яһала, ял итеү өсөн ағас конструкциялар менән биҙәлгән бер нисә майҙансыҡ йыһазландырыла, йылға аша йәйәүлеләр өсөн күпер һалына. Шунда уҡ скейт-парк урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта, Лихоборка йылғаһының ике ярында, Рәсәй традицион диндәренең рухи-ағартыу комплексы ҡаралтылары урынлашҡан. Һыуы эсеүгә яраҡһыҙ шишмә бар. Күп өйрәктәр йөҙөп йөрөй. Алтуфьев шоссеһынан паркка ингән ерҙә Лихоборка ҡапҡаһы төҙөлгән. Ярында беседкалар бар, мангалдар менән йыһазландырылған ял итеү урындары ойошторолған. Йылға аша бер нисә ағас күпер һалынған. Уңайлы булһын өсөн йылға үҙәненә төшә торған баҫҡыс бар. Юлдарға таш түшәлгән һәм фонарь менән яҡтыртыла.