«Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы» һәйкәле (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һәйкәл
«Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы» һәйкәле (Таганрог)
Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы
Monument "The Third Bastion of the Trinity Fortress".jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Петр урамы, 15

«Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы» һәйкәле — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Петр урамында 2015 йылда ҡуйылған монумент. Һәйкәлде ҡуйыу өсөн элек унда Троицк ҡәлғәһе[1] урынлашҡан биләмә һайланған.

Һүрәтләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл асыу тантанаһы 2015 йылдың 15 майында була. Ул Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы урынлашҡан биләмәлә ҡуйылған, монумент үҙенең исемен уның хөрмәтенә алған. Композицияның төп элементы — пушка — ҡәлғә стенаһы фрагментына яҡын урынлаштырылған. Пушка йүнәлеше осраҡлы ғына һайланмаған, авторҙың уйы буйынса, ул диңгеҙ портын дала яғынан һөжүм итергә мөмкин булған дошмандарҙан һаҡлай. Стена өлөшөн, картография мәғлүмәттәре нигеҙендә, тап «күкрәктән һуғыш стенаһы»[2] урынлашҡан урынға ҡуйғандар.

Стена ҡороу өсөн ҡаланың тарихи өлөшөн төҙөкләндереү ваҡытында алған материалдарҙы ҡулланғандар. «Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы» һәйкәлен төҙөү идеяһы һәм уны төҙөүҙе финанслау «Тарихи Таганрог» фондын ойоштороусылар эше. «Тарихи Таганрог» фондын булдырыусы, киләсәктә Троицк ҡәлғәһе сиген асыҡларға ярҙам итерлек, тағы ла 13 һәйкәл ҡуйырға мөмкин, тип билдәләне.

Таганрог эшҡыуарҙары «Троицк ҡәлғәһенең өсөнсө бастионы» һәйкәлен төҙөүҙә ярҙам күрһәтәләр. Ярҙам финанс яҡтан ғына булмай, берәүҙәре һәйкәл эшләү өсөн кәрәкле материал бирәләр, икенселәре уның ҡайһы бер өлөштәрен эшләйҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]