«Футлярҙағы кеше» скульптура композицияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
«Футлярҙағы кеше» скульптура композицияһы
Chelovek v futlare.JPG
Ил style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Рәсәй
Ҡала style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Таганрог,
Скульптор style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|Бегалов Давид Рубенович
Төҙөлгән ваҡыты style="width:50%;text-align:left;padding-left:0.5em;padding-right:0.5em;"|2010 йыл

2010

«Футлярҙағы кеше» скульптура композицияһы — А . П. Чеховтың ошо атамалағы хикәйәһе буйынса скульптор Давид Бегалов тарафынан эшләнеп, Тагангорта ҡуйылған скульптура композицияһы.

Скульптура композицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Скульптура композицияһы яҙыусының ошо атамалы хикәйәһендә һүрәтләнгән меҫкен, ямғырҙан һәм елдән түгел, ә үҙенең ҡурҡыуҙарынан һәм ыҙаларынан йәшеренергә теләгән уҡытыусы Беликовты кәүҙәләндерә[1]. Ул ҡасандыр Антон Чехов уҡыған һәм Белтковтың прообразы эшләгән Таганрог ирҙәр классик гимназияһының һул яҡтағы фасады алдына урынлаштырылған.

Беликовтың аныҡ прототибы билдәһеҙ. Ҡайһы бер замандаштары (шул иҫәптән, В. Г. Богораз менән М. П. Чехов) билдәләүенгсә, "футлярҙағы кеше"нең прототибы боронғо грек теле уҡытыусыһы һәм Таганрог гимназияһы инспекторы А. Ф. Дьяконов була. Икенселәр Дьяконовтың характерындағы икенсе һыҙаттарҙы миҫалға килтереп, уларҙың фекерен инҡар итә. Мәҫәлән, П. П. Филевский Дьяконовтың киң күңеллелеген билдәләп: «Мин „Футлярҙағы кеше“ менән А. Ф. Дьяконов араһында бер ниндәй ҙә уртаҡ һыҙаттар булмауын раҫлайым, һәм А. П. Чеховтың әҫәрендә бер ниндәй ҙә урындағы колорит табырға мөмкин түгел», — ти[2].

Муниципаль бюджеттың скульптураны әҙерләүгә һәм урынлаштырыуға киткән сығымдары 723802 һум тәшкил итә[3]. Һәйкәл муниципаль милек булып иҫәпләнә.

Эшләнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чеховтың юбилейы алдынан ҡала хакимиәте ошо скульптураның проектын әҙерләү буйынса конкурс иғлан итә һәм унда Давид Бегалов еңеп сыға[4]. Һәйкәл 2010 йылдың 27 ғинуарында А. П. Чеховтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар барышында тантаналы асыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Таганрог һәйкәлдәре

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Головко В. Чеховские дни в разгар крещенских морозов // Аргументы и Факты на Дону. — 2010. — 27 янв.
  2. Человек в футляре.
  3. Собств. корр. Скульптурная композиция «Человек в футляре» // www.donland.ru. — 2010. — 18 сент.
  4. Бровкина М. Человек в футляре // Российская газета. — 2009. — 6 авг.