Абелия сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абелия сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Карта
 Абелия сиркәүе Викимилектә

Абелияның Троица сиркәүе (грузин: ეკლესია სამების აბელიის), көньяҡ Грузияла Квемо Картли төбәгендә грузин православ сиркәүе. Ябай төҙөлөшлө һәм бер нефлы сиркәү бөгөнгө көндә Абелиана булараҡ билдәле тарихи ауыл Абелияның ситендә урынлашҡан. Сиркәүҙәге яҙыуға ярашлы ул 1250 һәм 1259 йылдар араһында төҙөлгән. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абелия сиркәүе Квемо Картли төбәгенең Самеба тауы итәгендә урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 1580 йылдарҙағы документтарҙа телгә алына. 1950 йылдарҙа ҡвҙыныу эштәре алып барыла. Бында б.э. тиклемге 5-3 быуаттар некрополе табыла. Бынан тыш бронзанан, тимерҙән һәм быяланан артефакттар табыла. Тулыһынса ташланылған сиркәү һәм уның майҙаны 18 быуатта тергеҙелә һәи грузин ғалимы Эдвин Такайшвили тарафынан 1900 йылдар башында тасуирлана[2].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абелия сиркәүе. Көньяҡ һәм көнбайыш фасады.

Aбелия ҙур булмаған бер нефлы сиркәү, байтаҡ өлөшөндә үҙенең баштағы архитектура үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған. Ваҡланған ҡырсынташтан эшләнгән һаҡлағысынан тыш ул эре һоро таштарҙан төҙөлгән һәм таш менән көпләнгән. Сиркәүгә берҙән-бер инеү урыны көньяҡ яҡта һәм фасадынан тыш һәр стенаһында берәр тәҙрә бар. Сиркәүҙә 2006 йылда реставрация эштәре алып барыла[3][4]

Яҙыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ фасадын 23 юллыҡ урта быуат грузин алфавиты менән яҙылған яҙыу биҙәй. Яҙыу Манглиси архиепискобы Арсен Мшуидайсдзе исеменән башҡарылған. Яҙыуҙа грузин батшалары телгә алына. Һуңыраҡ ул яҙыуҙа короллекте татарҙар баҫып алғандан һуң сиркәү төҙөүселәре алдында торған бурыстарға иғтибарҙы йүнәлтә[5][6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
  2. "აბელია [Abelia]". საქართველო: ენციკლოპედია, ტ. 1 [Encyclopaedia Georgia, vol. 1] (Gürcüce). Tbilisi. 1997. ss. 27-28.
  3. აბელიანის ეკლესია (груз.). Дата обращения: 2 август 2019. Архивировано 2 август 2019 года. 2019 йыл 2 август архивланған.
  4. «ხუროთმოძღვრული ძეგლები სოფ. აბელიაში» (ka).
  5. Gomelauri, Ina (1968). "ხუროთმოძღვრული ძეგლები სოფ. აბელიაში" [Architectural monuments in the village of Abelia]. Matsne (Gürcüce). Cilt 1, s. 255-274.
  6. Danelia, Korneli; Sarjveladze, Zurab (1997). ქართული პალეოგრაფია [Georgian paleography] (Gürcüce). ss. 93-94.