Аврора (ат үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Аврора» ат үҙәге — Сыктывкар ат спорты үҙәге, иппотерапияла һәм инвалидтар өсөн ат спортын үҫтереүҙә махсуслаша[1]. 2003 йылда асыла.

Үҙәктең инвалидтарға ярҙам хеҙмәттәре түләүһеҙ йәиһә ата-әсәләр йәки инвалид балалар интернаты хеҙмәттәре менән ҡулалмаш күрһәтелә [1] (интернаттар үҙәккә аттар өсөн йәшелсә, бесән, шулай уҡ малды тәрбиәләүҙә кәрәге тейә торған иҫке-моҫҡо бирә[2]). Үҙәк килемде йылҡы һатыуҙан һәм йәй көнө сәләмәт кешеләргә пони менән аттарҙы прокатҡа биреүҙән ала[1].

Үҙәк проблемалары — манеж юҡлығы, шул арҡала ул түләүле конкуренттар эргәһендә отолошта ҡала[3], шулай уҡ инвалидтар үтә күп булғанлыҡтан аҡса еткерә алмау[4].

2013 йыл башына үҙәктә 13 ат, 7 пони, йәнә дөйә һәм ишәк була[5]. 2013 йылдың авгусына иһә йылҡы малы һаны 33-кә етә, 5 пони, 3 болан, 3 дөйә (яңы тыуғандарынан башҡа) иҫәпләнә[6].

2013 йылда ойошмала төрлө йәштәге 30—50 инвалид дауаланыу үтә[7].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәк 2003 йылда Наталья Денисованың йорт хужалығы нигеҙендә ойошторола[1].

Ойошторолғандан алып 2013 йылға тиклем аралыҡта ойошма инвалидтар араһында ике ярыш үткәрә (беренсеһендә — 6, икенсеһендә 17 инвалид ҡатнаша)[8]. Беренсе бәйге 2008 йылда үтә[9]. Үҙәккә йөрөүселәр шулай уҡ ике тапҡыр инвалидтарҙың Мәскәүҙә үткәрелгән бәйгеләрендә ҡатнаша, уларҙа дүрт икенсе һәм ике өсөнсө урынды яулай. Костромала 2008 йылда үткән ат спорты буйынса Рәсәй беренселегендә Наталья Денисова беренсе урынды ала[8].

2013 йылдың авгусында Үҙәк ат спорты буйынса Сыктывкар ҡала ярышында ҡатнаша[6].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылда Полина Моковозова «Красное знамя» мәғлүмәт порталына биргән интервьюһында «Аврора» ат үҙәгендә аттарҙы насар шарттарҙа аҫрауҙары, атап әйткәндә ике атты бер аранда тотоуҙары, тураһында белдерҙе[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Московская, 2013, с. 114
  2. Московская, 2013, с. 120-121
  3. Московская, 2013, с. 119-120
  4. Московская, 2013, с. 117-118
  5. Московская, 2013, с. 119
  6. 6,0 6,1 В Сыктывкаре стартовало городское первенство по конному спорту, БНК (9 августа 2013). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
  7. Московская, 2013, с. 117
  8. 8,0 8,1 Московская, 2013, с. 115
  9. 1 августа в м.Давпон в конном центре «Аврора» состоялось первенство ФСКИ «Вега» по конному спорту среди инвалидов., Агентство Республики Коми по физической культуре и спорту (5 августа 2008). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
  10. Полина Моковозова: «Я поклялась никогда больше не садиться на лошадь», Красное знамя (23 июля 2012). 29 апрель 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]