Денисова Наталья Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наталья Александровна Денисова
Тыуған көнө

2 ноябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

Инта, Коми АССР, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

Ната́лья Алекса́ндровна Дени́сова (2 ноябрь 1976 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. Иппотерапияла һәм инвалидтар өсөн ат спортын үҫтереүҙә махсуслашыусы «Аврора» ат үҙәгенең нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе[1].

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наталья Александровна Денисова 1976 йылдың 2 ноябрендә Коми АССР-ының Инта ҡалаһында тыуған. 1991 йылда үҙенең туған ҡалаһында мәктәпте тамалап Мәскәүгә бара. Юғары белемде Мәскәү дәүләт физик культура академияһында физик культура кафедраһында ала. Әлеге ваҡытта Питирим Сорокин исемендәге Сыктывкар дәүләт университетының тарих һәм хоҡуҡ факультеты студенткаһы булып тора.

2003 йылда Наталья Александровна Денисова үҙенең йорт хужалығы нигеҙендә «Аврора» ат үҙәген аса, ул иппотерапияла һәм инвалидтар өсөн ат спортын үҫтереүҙә махсуслаша[1].

2013 йылға ҡарата ойошма инвалидтар араһында ике ярыш үткәрә (беренсеһендә — 6, икенсеһендә 17 инвалид ҡатнаша)[2]. Тәүге ярыш 2008 йылда уҙғарыла[3]. 2008 йылда Кострома ҡалаһында үткәрелгән ат спорты буйынса Рәсәй беренселегендә Наталья Денисова беренсе урын яулай[2]. 2013 йылдың авгусында «Аврора» үҙәге ат спорты буйынса Сыктывкар ҡала ярышында ҡатнаша[4].

Наталья Денисова «Герасимов йәрминкәһен» үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдан башлап Сыктывкар ҡалаһында йәшәй, кейәүҙә, ике бала тәрбиәләй — улы Геральд һәм ҡыҙы Аврора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Московская, 2013, с. 114
  2. 2,0 2,1 Московская, 2013, с. 115
  3. 1 августа в м.Давпон в конном центре «Аврора» состоялось первенство ФСКИ «Вега» по конному спорту среди инвалидов., Агентство Республики Коми по физической культуре и спорту (5 августа 2008). 14 июнь 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
  4. В Сыктывкаре стартовало городское первенство по конному спорту, БНК (9 августа 2013). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. Год от года краше!, Газета Усть-Вымского района «Вперёд» (6 сентября 2013).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]