Агитатор-пропагандист (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Агитатор-пропагандист» — ижтимағи-сәйәси журнал. XX быуаттың 20-се йылдарында РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. 1923 йылдан айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журналда Совет власын яҡларға саҡырған агитацион мәҡәләләр баҫтырыла, большевизм идеялары пропагандалана.