Айраванк монастыры
Уҡыу көйләүҙәре
| Айраванк монастыры | |
| әрм. Հայրավանք | |
| Нигеҙләү датаһы | IX быуат |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Айраванк[d][1] |
| Епархия | Гегаркуникская епархия[d] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1911 метр |
| Архитектура стиле | армянская архитектура[d] |
| Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Айраванк монастыры (әрм. Հայրավանք) — Әрмән апостол сиркәүенә ҡараған монастырь. Был монастырь Әрмәнстандың Гегаркуникский марзаһындағы Айраванк ауылы янында, Севан күленең көнбайыш ярында, урынлашҡан. Монастырҙың хәҙерге көндәге статусы — ғәмәлдәге монастырь. Уның эске һәм тышҡы торошо — яҡшы хәлдә[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айраванк монастырь комплексына IX быуатта нигеҙ һалынған. Монастырь әрмән архитектураһы стилендә төҙөлгән. Үҙәк апсидтары ярым циркуляр күренешле. Улар киҫелешле һәм шунлыҡтан монастырға киңлек өҫтәп тора. Монастырҙан төньяҡ-көнбайышта ҙур булмаған бронза быуат ҡәлғәһе һәм бәләкәй монастырь зыяраты бар.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монастырь комплексы
- Айраванк монастыры апрель айында
- Интерьер
- Апсида
- Ишек эргәһендәге әрмән телендәге яҙыу
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=5.59/1.1 — 2017.
- ↑ Kiesling, Brady (2005), Rediscovering Armenia: Guide, Yerevan, Armenia: Matit Graphic Design Studio
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монастырь Севанаванк
- Армянская архитектура
