Айырығойроҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айырығойроҡтар
Асағойроҡ
Асағойроҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dermaptera De Geer, 1773


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Айырығойроҡтар йәки асағойроҡтар (лат. Dermaptera, рус. Кожистокрылые) — үҫеше әүрелеүҙәрһеҙ бөжәктәр отряды; ер йөҙөнөң бөтә өлөшөндә йәшәй, йорттарҙа йыш осрай торған, айыры (аслы) ҡойроҡло, ҡара йәки ҡара-көрән төҫтәге бөжәк[1].

2008 йылдың февраленә торошло 1967 төрө иҫәпләнә[2]), шул иҫәптән 49 төрө юҡҡа сыҡҡан (Zhang, 2013)[3].

Киң таралған бөжәктәр. Ҙүрлығы төрлөсә, 4 мм-ҙан 78 мм-ға тиклем булыуы мөмкин. Тәненең осонда үҫентеләр бар. Шуның өсөн уларҙы асалы ҡойроҡ тип йөрөтәләр. Был үҫентәләр һаҡланыу һәм һөжүм итеү фукнцияһын башҡара.

Был бөжәктәр йәшерен тормош алып баралар. Көндөҙ таштар аҫтына, ағас ҡайырына һәм башҡа урындарғ йәшенәләр. Төнөн актив булалар. Үҫемлек, бәшмәк, ылымыҡтар һәм бөжәктәр менән туҡланалар. Йыш ҡына үҫемлек япраҡтарын, сәскәләрен, өлгөрөп етмәгән емештәрен ашап зыян килтерәләр.

Яҙын һәм көҙөн ер аҫтындағы юлдарға өйөмләп йомортҡа һалалар. Инә зат йомортҡалар ергәһендә һаҡлап ҡыш сыға. Үҫеше еүрелеүҙәрһеҙ. Үрсеү ваҡытында бигерәк тә әүҙем осалар.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  2. Robert G. Foottit, Peter H. Adler. Insect Biodiversity: science and society. — Blackwell Publishing Ltd, 2009. — P. 31. — 642 p. — ISBN 978-1-4051-5142-9.
  3. Zhang, Z.-Q. «Phylum Athropoda». — In: Zhang, Z.-Q. (Ed.) «Animal Biodiversity: An Outline of Higher-level Classification and Survey of Taxonomic Richness (Addenda 2013)». (инг.) // Zootaxa / Zhang, Z.-Q. (Chief Editor & Founder). — Auckland: Magnolia Press, 2013. — Vol. 3703. — № 1. — P. 17–26. — ISBN 978-1-77557-248-0 (paperback) ISBN 978-1-77557-249-7 (online edition). — ISSN 1175-5326.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бей-Биенко Г. Я. Насекомые Айырығойроҡтар, М. — Л., 1936. 240 с. (Фауна СССР, № 5).
  • Стороженко С. Ю. 1984. Обзор уховерток (Dermaptera) Дальнего Востока СССР // Систематика насекомых Дальнего Востока. — Владивосток. С. 3-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]