Медведь-Камень
Медведь-Камень | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 292,3 метр |
Медведь-Камень Викимилектә |
Медведь-Камень (Ермак Ҡаласығы) — Урал тауҙарындағы ҡаялы ҡалҡыулыҡ. Рәсәйҙәге Свердловск өлкәһенең Тагил йылғаһының уң яҡ ярында,Түбәнге Тагилдың төньяҡ -көнбайышында,ҡаланың төньяҡ — көнбайыш ситке нөктәһе. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 288 метр.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаялы массив Медведь-Камень Свердловск өлкәһенең « Горноуральск ҡала округы» муниципаль берәмегендәге Тагил йылғаһының уң яҡ ярында,Евстюних ҡасабаһынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта ята. Абсолют бейеклеге 294 метрға тиклем. Тәбиғи-тарихи, тәбиғи ландшафт ҡомартҡыһы, туризм урыны[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау урман менән ҡапланған, түбәһе ҡаялы. Тагил йылғаһы яғынан ҙур ҡаяһы (шихан) бар.Үҙенең атамаһын хикмәтле ҡиәфәте өсөн алған. Йыраҡтан ҙур айыу арҡаһын хәтерләтә. Тау түбәһенән тирә — яҡтың матур күренеш асыла: аҫта борғаланып йылға аға, йәшел яландар, горизонтта урмандар һәм тауҙар теҙмәһе.
Ҡая массивы сиенит тоҡомдарынан (гранитҡа яҡын, ләкин кварц ҡатнашһыҙ). Тау эсендә сиениттар матур алһыу төҫ менән, тик өҫкә яҡтан елдән уңғандар, алһыу төҫ һоро төҫкә күсә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек-электән был урындар мансыларҙың изге урындары булып һаналған. Мансылар Айыуташты Елпинг-Куэ («Изге таш») һәм Хоб-Елпинг («Изге айыу»). Риүәйәттәр буйынса, бында Ермак Тимофеевич Себер юлында ҡышлаған, дружинаһы караптар төҙөгән.[1]. Был турала иҫтәлекле бағаналарҙа боронғо яҙыу табылған. Туҡталыш Ермак Ҡаласығы тип атала һәм ул 1945 йылда профессор О. Н. Бадер тарафынан асыла.
Үрге Тагил ҡаласығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Тагил ҡаласығын кенәз Семён Болховский 1583 йылда Себергә китеп барғанда нигеҙләй. Ул үҙенең отрядында сотник булып хеҙмәт иткән Рюма Языковты воевода итеп тәғәйенләп китә. Йылъяҙмала Үрге Тагил ваҡиғаһы шулай итеп теркәлгән:
Ә воевода унда Мәскәүҙән Рюма Языков булған. Был воевода үҙе менән ҙур Ҡазан бесәйен алып килгән.Һәм Рюма уны һәр ваҡыт үҙе эргәһендә тотҡан.Һәм йоҡлағанда бесәй уның ғорлаһын үлтергәнсе кимергән[2]. |
1586/87 йылдарҙа воевода итеп муромсы Григорий Елизаров ебәрелә. 1588/89 йылдарҙа Ржев дворяндары Василий Андреевич Квашин,Иван Иванович Ордин-Нащокин булалар[3][4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья про Медведь-Камень на сайте historyntagil.ru . Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Айыу тураһында мәҡәләләр-Таш сайты uralweb.ru 2016 йыл 8 март архивланған.
- Айыу тураһында мәҡәләләр-Таш сайты wildural.ru
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Сократ, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Сибирский летописный свод: Книга записная // Полное собрание русских летописей / под ред. А. П. Окладникова, Б. А. Рыбакова. — М.: Наука, 1987. — Т. 36: Сибирские летописи; ч. 1: Группа Есиповской летописи / предисл. Н. Н. Покровского, Е. К. Ромодановской. — С. 141. — 381 с.
- ↑ История НТ
- ↑ Александр Шорин, «ОГ» побывала на месте старейшего русского поселения Свердловской области. «Областная газета» (Екатеринбург, Свердловская область) от 3 июля 2014.