Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыуғорттар [1]; (лат. Gryllotalpidae, (рус. Медведки ) — тура ҡанатлылар отрядыннан бөжәктәр ғаиләһе.
46 төрө билдәле. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 35-50мм, көрән-ҡоңғорт төҫтә, арҡаһының өҫкө өлөшө ныҡ үҫкән, ҡанат өҫлөктәре ҡыҫҡа, ҡанаттары ярылы, оҙон; алғы ослоҡтары - ер ҡаҙыу, урталағылары һәм арттағылары йөрөү өсөн яйлашҡан. Ҙур бөжәктәр һәм личинкалар тупраҡта йәшәй, һирәк кенә тупраҡның өҫкө ҡатлауында ла күренә. Ябай айыуғорттар осоу һәләтен юғалтмаган һәм енси активлык осоронда, сиңерткә тауышы сығарып, төндә оса. Ҙур бөжәк һәм урта йәштәге личинка ҡышлай. Ҡышлағандан һуң, май-июнь айҙарында инә бөжәк ерҙе 10-25 см тирәнлектә ҡаҙып, йомшартып, ояға кереү юлы, өн яһай һәм шунда 300 -гә ҡәҙәр йомортҡа һала. 10-20 тәүлектән һуң личинкалар башта бергә йәшәй, унан һуң үрмәләп тарала; уларҙың үҫеше 12-14 ай дауам итә. Ер аҫты юлдары һалып, ябай айыуғорттар төрлө үҫемлектәрҙең ер аҫты өлештәре, шулай уҡ ваҡ бөжәктәр, селәүсендәр һ.б. менән туҡлана.
Ауыл хужалығы культураларына һәм урман питомниктарындағы, күбеһенсә һыу янындағы һ.б. дымлы урындарҙағы сәсеүлекләргә ҙур зыян килтерә. Көрәш саралары: соҡор һәм канаулар ҡаҙып тоҙаҡ һалалар; тирән итеп туңга сөрәләр; тупраҡты карботион һәм дихлорэтан менән эшкәртәләр; үҫентене күсереп ултырткансы, 2-3 см тирәнлектә ағыуланған ем күмәләр.
- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)