Академия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Афина эргәһендәге антик Академияның планы

Акаде́мия (грек. Ἀκαδήμεια) — ғилми ойошма (учреждение, йәмғиәт) — фәндәр академияһы, шулай уҡ уҡыу йорто.

Антик донъяла «Академия» тип фәлсәфә мәктәбе аталған, уға нигеҙҙе беҙҙең эраға тиклем 387 йылда Платон һала, мәктәп Афина эргәһендәге шул уҡ атамалы баҡсала (изге зәйтүн сауҡалығында) урынлашҡан була. Урынға атама мифик герой Академ (Ἀκάδημος) хөрмәтенә бирелә.

Академия был урында беҙҙең эраның 529 йылына тиклем йәшәй. Уны император Юстиниан I мәжүсилек терәге булғанға яба[1][2].

Фәндәр академиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә дүрт дәүләт[3] фәндәр академияһы бар — Рәсәй Фәндәр академияһы (РФА) һәм өс тармаҡ академияһы: Рәсәй Мәғариф академияһы, Рәсәй Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһы, Рәсәй Художество академияһы. 2013 йылға тиклем дәүләт академияларының һаны алты була, тик унан һуң Рәсәй Медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Рәсәй Фәндәр академияһына ҡушыла. Был дүрт академия «Рәсәй фәндәр академияһы, дәүләт фәндәр академияларын ҡайтанан ойоштороу һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 253-ФЗ федераль законының 19-сы статьяһына ярашлы «федераль дәүләт бюджет учреждениелары формаһында ойошторолған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар» булып тора. Фәндәр академиялары ғилми-тикшеренеү институттарының һәм башҡа ғилми ойошмаларҙың эшмәкәрлеген көйләй. Фәндәр академиялары ағзалары ғәмәли ағзаларға һәм мөхбир ағзаларға бүленә. Академик (мөхбир ағза) титулы ғүмерлеккә бирелә. Академияның яңы ағзалары бушаған урындарға академияның дөйөм йыйылыштарында кооптация юлы менән һайлана.

Донъяның ҡайһы бер илдәрендәге (атап әйткәндә СССР-ҙың элекке республикаларында һәм Көнсығыш Европа илдәрендә) академиялар Рәсәй моделен ҡабатлай, башҡа илдәрҙә сикләнгән почетлы ағзалыҡ менән дәүләткә ҡарамаған ойошма статусына эйәләр.

Йәмғиәт академиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Фән һәм дәүләт фәнни-техник сәйәсәте тураһында»ғы 1996 йыл 23 август 127-ФЗ федераль законына ярашлы, ғилми хеҙмәткәрҙәр ирекле нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт ойошмалары тураһындағы закондарында ҡаралған тәртиптә йәмәғәт ойошмаларын (шул иҫәптән фәнни, фәнни-техник һәм ғилми-ағартыу йәмғиәттәре, йәмғиәт фәндәр академияһы) ойоштора ала[4]. Был законға ярашлы, йәмғиәт фәндәр академиялары ғилми һәм (йәки) ғилми-техник эшмәкәрлекте көйләүҙә ҡатнаша ала һәм үҙҙәренең уставына һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы эш итә. Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары ирекле нигеҙҙә ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең йәмәғәт ойошмаларын фән һәм техника өлкәһендәге ҡарарҙар проекттарын әҙерләүгә, экспертизалар үткәреүгә, шулай уҡ конкурс нигеҙендә федераль бюджеттан финансланған фәнни һәм ғилми-техник программаларҙы һәм проекттарҙы үтәүгә йәлеп итә ала. Әммә Рәсәй йәмғиәт академияларының абруйы үрҙә аталған дүрт дәүләт академияһы менән сағыштырғанда күпкә түбән.

Белем биреү академиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йорто булып торған академия түбәндәгеләрҙе эшләй:

  • юғары һәм вуздан һуңғы профессиональ белем биреүҙең белем биреү программаларын тормошҡа ашыра;
  • билдәле бер ғилми һәм ғилми-педагогик эшмәкәрлек өсөн юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләй, ҡайтанан әҙерләй һәм/йәки уларҙың квалификацияһын күтәрә;
  • Фәндең йәки мәҙәниәттең берәй өлкәһендә фундаменталь һәм ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә;
  • үҙенең эшмәкәрлек өлкәһендә төп ғилми һәм методик үҙәк булып тора.

(тураһында «Юғары һәм вуздан һуңғы профессиональ белем тураһында» 22.08.1996 № 125-ФЗ Федераль закондың 9-сы статьяһы 3-сө пункты).

«Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында» 2012 йыл 29 декабрь №273-ФЗ федераль законына ярашлы, «Академия» тигән белем биреү ойошмалары төрө бөтөрөлгән. Әлеге ваҡытта «Академия» белем биреү ойошмаһы аккредитация статусына эйә түгел. 2013 йылдың 1 сентябренән «академия» һүҙе ойошма атамаһының бер өлөшө генә булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Академия платоновская // Философский словарь / [Адо А. В. и др.] ; под ред. И. Т. Фролова. — 5-е изд. — М.: Политиздат, 1987. — С. 10. — 588 с.
  2. Горелов А. Академия // Католическая энциклопедия. — М.: Изд-во Францисканцев, 2002. — Т. 1: А - З. — Стб. Ҡалып:-.. — 1906 с.
  3. Федеральный закон от 27 сентября 2013 г. № 253-ФЗ «О Российской академии наук, реорганизации государственных академий наук и внесении изменений в отдельные законодательные акты Российской Федерации»
  4. О создании общественных объединений, их реорганизации и (или) ликвидации см. Федеральный закон от 19 мая 1995 г. № 82-ФЗ «Об общественных объединениях»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]