Алатауайыры (йылға, Оло Шешәнәк ҡушылдығы)
Уҡыу көйләүҙәре
(Алатауайыры (йылға, Еҙем ҡушылдығы) битенән йүнәлтелде)
Алатауайыры | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 457 метр |
Алатауайыры-Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә аға. Еҙем йылғаһы бассейнына ҡараған йылға, Оло Шешәнәк йылғаһы ҡушылдығы. Йылға буйында йүкә, имән, йыла һәм саған үҫә, тауҙың текә битләүҙәрендә ҡарағай осрай. Уның буйында 1930 йылдарға тиклем Ишембай районы Алатауайыры ауылы булған.
Атамаһы «Алатау+ айыры» һүҙҙәренән алынған, Алатау- урындағы тау һырты, айыры- армыт, ҡушылдыҡ тигәнде аңлата.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 67. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.