Эстәлеккә күсергә

Алафузов йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Алафузов йорто
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 104.
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың 3-сө сиреге

Алафузов йорт — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамында урынлашҡан 104-се ике ҡатлы йорт. 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы ҡарарға ярашлы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 104.

XIX быуаттың икенсе яртыһында, хәҙерге 104-се һанлы йорттоң урынында, 90, 92 (хәҙер 104) номерҙар аҫтында ике йорт булған. Был ике йортто бер номер аҫтында берләштереү совет власы осоронда була. Был ике йорт төрлө номер аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың хужаһы бер үк кеше булыуы уларҙы берләштерә. Тик бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт аралығында, XIX быуат аҙағында, бер йорттоң хужаһы Таганрог мещаны Игнатов Антон Лазаревич, ә икенсеһенеке —бай ер биләүсе Мильтиад Алексопуло була. Мильтиад Алексопуло капиталынан һәм еренән килгән килем иҫәбенә йәшәй. Һуңынан Мильтиад Алексопуло был өйөн 25 мең һумға Эпоминонд Николаевич Алафузовҡа һата.

Мильтиад Васильевич Алексопуло Таганрог ҡалаһының тоҡомдан килгән почетлы гражданы була. Грек гражданы, ул 1902 йылдың майында вафат була. Ул үҙенең бөтә 300 мең һум күләмендәге байлығын Грецияға ҡалдырған. Был факт таганроглыларҙа аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. «Бөтә ғүмере буйы Таганрог ҡалаһында йәшәне, ә бөтә байлығын Грецияға бирҙе»,- тип аптырай халыҡ. Мильтиад Васильевичтың ҡатынына, сауҙагәр ҡатын Аделаида Николаевнаға был йорт 1870 йылда күсә. Аделаида Николаевна 1887 йылдың 18 ғинуарында, 72 йәшендә вафат була. Уның ғаилә дуҫтары араһында подпоручик Иван Егорович Комнино-Варваци ғаиләһе була.

Аделаида Николаевна вафат булғандан һуң был ике йорт ҡаланың тоҡомдан килгән почетлы гражданы Мильтиад Алексопуло милегенә күсә. 90-сы номерлы йорт 1900-сө йылдар башына тиклем, ә 92-се номерлы йорт 1890-сы йылдар уртаһына тиклем уның милегендә була. Ул ошонан һуң йорттарын Антон Игнатовҡа һата. 90-сы номерлы йорт XX быуат башында үҙгәртеп ҡорола, өҫтәп балкон эшләп ҡуйыла.

1876 йылда был бинала, бында урынлашҡан 5-се запастағы артиллерия бригадаһы составына ингән батарея һалдаттары өсөн, лазарет ойошторола.

Йорттоң һуңғы хужаһы Алафузов Эпоминонд Николаевич була, ул был ике бинаны 25 мең һумға һатып ала, ә һуңынан уларҙы ҡалаға бүләк итә. 1885 йылда Эпоминонд Николаевич рәйеслегендә ҡала думаһы, ҡаланың башланғыс училищелары өҫтөнән күҙәтеү өсөн комиссия йыя. Ҡаланың идара ағзаһы булараҡ, Алафузов Кампенгаузенск ипкенендә төшөү юлын төҙөү эшен урынынан ҡуғата һәм шул уҡ йылда төҙөлөш тамамлана. Был изге эштәре өсөн Алафузов 2-се дәрәжә изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1904 йылдың 14 майында йорт дауахана итеп ҡалаға тапшырыла һәм изгеләштерелә.

1926 йылда дауахана янында ашығыс ярҙам кабинеты һәм ашығыс ярҙам көймәһе ойошторола.

Әлеге ваҡытта Грек урамындағы 104-се йортта 3-сө поликлиника урынлашҡан. Берләштергәндән һуң бина Г хәрефе конфигурацияһында. Йорттоң парад ишеге булған фасад өлөшөнөң дүрт колоннаһы, ҡыйыҡлы галереяһы бар, стенаһы алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән. Бина ҡыҙыл төҫкә буялған, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫө менән айырылып тора[1][2]. Бинала 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы ҡарар менән төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән.

  • Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
  • Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
  • Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809—1812.
  1. Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с.
  2. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.